Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Июнь 2021, 09:55

Республика Башлығы Рәсәй көнө менән ҡотланы

"Ул беҙҙең уртаҡ яҙмышты һәм Ватандың тарихын, Рәсәй дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү традицияларын иҫкә төшөрә, күп милләтле илдең ихтыяждарына хеҙмәт итеү бурыстары тирәләй берләштерә".

Ҡәҙерле дуҫтар!
Бөгөн Башҡортостан бөтә ил менән бергә дәүләт байрамын – Рәсәй көнөн билдәләй.
Ул беҙҙең уртаҡ яҙмышты һәм Ватандың тарихын, Рәсәй дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү традицияларын иҫкә төшөрә, күп милләтле илдең ихтыяждарына хеҙмәт итеү бурыстары тирәләй берләштерә. Беҙ донъяға әллә күпме талантлы, ҡыйыу, көслө рухлы кешеләр биргән Тыуған илебеҙ менән ғорурланабыҙ. Хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары менән Ватаныбыҙ бөйөклөгөн нығытҡан ата-бабаларыбыҙ алдында баш эйәбеҙ.
Артабан да ветерандар тураһында хәстәрлек күреп, йәштәрҙе ысын патриот итеп тәрбиәләйәсәкбеҙ. Бай тарихи мираҫҡа таянып, Рәсәй, үҙебеҙҙең тыуған яҡ тарихына яңы сағыу биттәр яҙасаҡбыҙ.Ил етәкселегенең беҙҙең иҡтисади уңыштарҙы, инвестициялар яғынан үҫеште юғары баһалауы быға дәлил булып тора.
Бөгөн яратҡан баш ҡалабыҙ – Өфө 450 йыллыҡ юбилейына яҡынайтҡан тыуған көнөн билдәләй. Башҡортостандың ҡала-ауылдарында тормош йылдан-йыл яҡшыраҡ, уңайлыраҡ, төрлө мөһим һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бай булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Ошо көндәрҙә республика легендар геройыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыл тулыуҙы билдәләй. Уның исеме вариҫтары күңелендә туған халҡыңа тоғролоҡ миҫалы булып ғүмерлеккә ҡалыр. Бөгөн дә Салауат тоҡомо уртаҡ йортобоҙ – бөйөк Рәсәйҙең сәскә атыуына лайыҡлы өлөш индерә.
Байрам көнөндә республиканың бар халҡына һаулыҡ, бәхет, Ватан хаҡына эшләнгән изге эштәрҙә уңыштар теләйем.
Байрам менән һеҙҙе, дуҫтар!
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Сығанаҡ, фото: glavarb.ru
Читайте нас: