Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Июнь 2021, 11:30

Владимир Путин менән Михаил Мишустин Башҡортостан халҡын Рәсәй көнө менән ҡотланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән ил Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустиндан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә Рәсәй көнө менән ҡотлау килде.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә Рәсәй көнө менән ҡотлау ебәрҙе. Унда былай тип әйтелә:
“Хөрмәтле Радий Фәрит улы!
Һеҙҙе Рәсәй көнө менән ҡотлайым.
Был байрам күп быуындарҙы илһөйәрлек, ирек һәм ғәҙеллек кеүек таушалмаҫ ҡиммәттәр тирәләй берләштерә. Барыбыҙ ҙа илдең үҫешенә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ, һәм беҙҙең дөйөм маҡсат – һөйөклө Ватаныбыҙ көслө, ә кешеләрҙең тормошо тыныс һәм бәхетле булһын.
Һеҙгә уңыштар, һаулыҡ, изгелектәр теләйем.
Владимир Путин”.
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин да ҡотлау ебәрҙе.
“Хөрмәтле Радий Фәрит улы!
Һеҙҙе Рәсәй көнө менән ҡотлайым!
1990 йылдың 12 июнендә РСФСР халыҡ депутаттарының I съезы Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә. Был хәл иткес һайлау Рәсәйҙең хоҡуҡи демократик дәүләт булараҡ үҫешенә нигеҙ һалды.
Бөгөн дә беҙҙең алда иҡтисади һәм социаль өлкәләрҙә яңы стратегик мөһим бурыстар тора, илдең киләсәге, беҙҙең миллионлаған граждандарҙың лайыҡлы тормошо уларҙың уңышлы хәл ителеүенә бәйле.
Һәр ҡайһыбыҙҙың компетентлылығы, инициативалылығы, ҡеүәте һәм яуаплылығы маҡсаттарға ирешергә, Ватандың сәскә атыуы өсөн барыһын да эшләргә ярҙам итәсәгенә инанам.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға эштәрегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ, тыныслыҡ, бәрәкәт теләйем.
Михаил Мишустин.”
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас: