Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Июнь 2021, 23:40

Башҡортостанда “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектына ярашлы 15 клуб яңыртыласаҡ

Мәҙәниәт министрлығы 2022 йылға район һәм ҡала бюджеттарына республика иҫәбенән субсидиялар биреү буйынса конкурс һайлап алыуының һөҙөмтәләрен иғлан итте.

БР Мәҙәниәт министрлығы 2022 йылға район һәм ҡала бюджеттарына республика иҫәбенән субсидиялар биреү буйынса конкурс һайлап алыуының һөҙөмтәләрен иғлан итте. Улар 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ерҙәрҙә мәҙәниәт йорттарының матди-техник базаһын үҫтереү һәм нығытыуға, йүнәтеү эштәрен атҡарыуға йүнәлтелә. Быйылғы заявкалар кампанияһында 30 район ҡатнашып, шуларҙың 15-е еңеүсе булған, улар – Әлшәй, Асҡын, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрө, Бөрйән, Ейәнсура, Иглин, Ишембай, Ҡариҙел, Кушнаренко, Мәсетле, Миәкә, Стәрлебаш, Саҡмағош райондарында урынлашҡан мәҙәниәт йорттары.
“Кесе Ватан мәҙәниәте” – “Берҙәм Рәсәй”ҙең проекты. Уға ярашлы, йыл да 15 мәҙәниәт усағы финанс ярҙамы ала, уға автобус, костюмдар һатып ала, сәхнә йыһазландырыла. Ауыл мәҙәниәт йорттары өсөн был ҙур матди ярҙам”, – ти Эльвира Айытҡолова, Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, проекттың төбәктәге координаторы. Уның һүҙҙәренсә, был проект – халыҡсан, шуға ла һәр этабында халыҡтың әүҙем ҡатнашыуы, теләктәрен еткереүе мөһим. “Реаль һөҙөмтәләрҙе күрәм, улар шатландыра: ауыл мәҙәниәт усаҡтары йәмләнә, халыҡҡа ял итер, балаларҙың өҫтәмә белемен арттырыр өсөн яңы алымдар барлыҡҡа килә”, – тип иҫәпләй Э. Айытҡолова.
Читайте нас: