Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Июнь 2021, 23:20

“Башкирд ҡалаһы мөһим мәғәнәгә эйә булған”

Боронғо, 14-се быуаттағы донъя картаһында осраған ҡалаға бәйле фекерҙәре менән Өфөләге бөгөнгө ғилми сессияла ҡатнашҡан Санкт-Петербург ҡунағы, тарихсы Александр Юрченко һөйләй.

Өфөлә бөгөн башҡорттарҙың этник тарихы һәм антропологияһы буйынса “Башҡорттар Евразияның төрки халыҡтарын фән-ара тикшереүҙәр контексында” тигән ғилми сессияның беренсе ултырышы үтте. Был ғилми сараға Рәсәйҙең ошо өлкәләге абруйлы ғалимдары ла килде. Шуларҙың береһе Александр Григорьевич Юрченко – тарихсы, тикшеренеүсе, Урта быуат яҙмаларын тәржемәләүсе, ғилми тикшеренеүҙәрҙе ойоштороусы. Ул латин сығанаҡтарында ҡалған Монгол империяһы тарихын, Урта быуат сәйәхәтселәре яҙмаларын, ошо осор картографияһын, латин бестиарийҙарын тәрән өйрәнә. Сессия барышында Питерҙан килгән абруйлы тикшеренеүсе менән гәзитебеҙ өсөн әңгәмә ойошторҙоҡ.
– Александр Григорьевич, Һеҙ ныҡлап өйрәнгән, тәрәндән белгән 14-се быуат Каталон донъя картаһында күрһәтелгән Башкирд ҡалаһының исемен Европаға Флоренция сауҙагәрҙәре алып килгән, тип иҫәпләйһегеҙ. Ошо турала ентеклерәк үҙегеҙҙән ишетергә теләр инек.
– Эйе, был картала Башкирд ҡалаһы бар икәне күптән, тәүге тикшеренеүселәргә үк, мәғлүм ине. Ул урта быуат каталон телендә эшләнгән. Шуға ла ҡаланың исеме русса алынған Башкирд вариантынан айырыла: Баскарти (баҫым һуңғы ижеккә төшә. – авт.). Филологтар шулай аңлата: был вариант латин теленән килгән, ә унда “башҡорт” һүҙенең әйтелеше тап шулай яңғырай. Тимәк, был яҡтан бер ниндәй ҙә шик юҡ, тиергә кәрәк. Ә һорауҙар иһә – географик урын һәм тарихи мәғәнәгә ҡағылышлы.
Картаны ныҡ аҡыллы кешеләр төҙөгән, мин улар менән һоҡланам. Аҡыллы ғына кешеләр түгел, ә Европаның интеллектуаль элитаһы, тиергә кәрәк. Улар ныҡ ирекле фекерләгән, бер ниндәй тыйыуҙар ҙа уларға кәртә була алмаған. Был аҡыллыларҙың бурысы икенселә: улар бар донъяны күрә, белә, – ҡоро һүҙ булмаһын өсөн, бына ошондай миҫал килтерәм: Иерусалим, мәҫәлән, ҡайҙа торорға тейеш, тап шул урында тора ла. Сағыштырыу өсөн: Европаның сиркәү карталарында был ҡала донъяның үҙәгендә күрһәтелә. Юҡ, каталон картаһын төҙөүселәр Иерусалимдың баһаһын кәметмәй, ә бары тик донъяның ысынбарлығын күрһәтә. Бында Мәккә ҡалаһы ла, буддизмға ҡағылышлылары ла, Төньяҡ Африка менән Ҡытай ҙа бар, йәғни, картаны эшләүселәр донъяның христианлыҡ менән сикләнмәгәнен, уның күпкә киңерәк икәнен аңғарта. Күбеһе был осорҙо, мәктәп программаһынан өйрәнгәнсә, Тәреле походтар ваҡыты тип кенә күҙаллай, ә ысынында иһә барыһы ла ҡатмарлыраҡ һәм шуға күрә ҡыҙығыраҡ та. Картала бер нисә мең ҡалалар исемдәре, хатта флагтары, гербтары менән күрһәтелгән. Европа донъяны христиан-мосолман тип йәки башҡа билдә буйынса түгел, ә гербтар аша күҙ алдына килтергән. Унда дәүләттәрҙең, төбәктәрҙең, хатта айырым ғаилә, кешеләрҙең дә үҙ гербтары булған. Шуға ла картала ҡайһы бер урындарға күҙ алдына килтереп, уйлап табылған гербтар ҡуйылып сыҡҡан, әйтәйек, Мәккәгә лә билдә уйлап сығарғандар. Герб ул йәмғиәтте, уның ағзаһы булыуҙы белдергән. Ул ҡырағай тормошта йәшәгәндәрҙеке йәки кешелеккә ҡағылышы булмаған донъяныҡы, мәҫәлән, хайуандарҙыҡы, ғына булмаҫҡа мөмкин, тип фекерләнгән.
Бына шундай йөҙҙәрсә ҡала араһында Баскарди бар. Ул картала былай ғына ҡуйылмаған, юҡ, ул теүәл сылбырҙа урынлашҡан, сауҙа юлында! Бында шулай уҡ беҙгә таныш исем – Себер ҡалаһы ла бар. Һәм тағы өс ҡала. Башҡортостанға быға тиклем ошо картаны алып килгәндәге теләгем шундай ине – ошо өс ҡаланы урындағы археологтар ярҙамы менән танырға.
Нияз Мәжитовты ла, мине лә бер һорау борсоно: ҡалаларҙың атамалары реаль археология объекттары менән нисек бәйләнгән? Быны асыҡлар өсөн бихисап тикшеренеү, өйрәнеү, ваҡыт кәрәк ине. Нияз Абдулхаҡ улы өйрәнә башланы, тик мәсьәлә шунда ине: карта баҫып сығарылмаған. Ул алты метрлы, шулай уҡ алты өлөштән тора, уны әҙерләр өсөн алты һарыҡ тиреһе киткән. Бай йөкмәткеле был картаға һалынған мәғәнәләр трактаталарҙан да былайыраҡ: унда тарих та, география ла, хатта алдан күҙаллау ҙа бар. Аҙаҡҡыһы уға һалынған төп бурыс, тиергә кәрәк. Карта өҫтәл өҫтөнә һалып, шуның тирәләй әйләнеп ҡарар өсөн уңайлы итеп эшләнгән. Унда һынландырылған 24 хакимды шахмат таҡтаһындағы ише йөрөтөргә мөмкин. Йәғни, картаны төҙөүселәрҙе ҙур мәсьәләләр, етди һорауҙар ҡыҙыҡһындырған: Ҡытайға юл, төньяҡҡа ҡарай сауҙа юлдары, сөнки бында ҡиммәтле тиреләр булған. Башкирд ҡалаһы ҡиммәтле тиреләр ташылған ошо юлға ингән дә инде.
– Йәғни, Башкард ҡалаһы ысынлап та булған?
– Һис һүҙһеҙ. Беҙ бит реаль карта тураһында һүҙ алып барабыҙ. Башкард биш ҡаланан торған сылбырға инә, был ҡалалар ҙур йылға эргәһендә урынлашҡан. Уның сигенә, төньяҡҡа тиклем күҙ һалһаң, Себер ҡалаһын күрәһең. Артабан тауҙар китә. Уларҙан ары – киләһе сылбыр.
Биш ҡаланың икәүһендә флаг бар, ә уларға Үзбәк хандың, йәғни Алтын Урҙаның гербы төшөрөлгән. Был биләмәнең сәйәси яҡтан үҙләштерелгәне хаҡында һөйләй. Ошоға бәйле, Испания менән Италия сығанаҡтарынан мәғлүмәт эҙләргә уй бар ине. Испан трактатын таптым. Уны бер китапхана баҫтырған, авторы – бер францискансы. Бында беҙҙе ҡыҙыҡһындырған төбәк тураһында яҙмалар бар. Ошо урында бер билдәле хәҡиҡәтте иҫкә төшөрөп китәм: беҙҙә Көньяҡ Уралға ҡағылышлы тарихи сығанаҡтар аҙ. Ә бында Францияла – каталон картаһы, Испанияла трактат ята. Уларҙы ныҡлап өйрәнергә ҡала. Трактатты яҙған кеше мәғлүмәттәрҙе ҡайҙандыр алған, тип иҫәпләйем. Ана шул оригиналь сығанаҡты тапҡанда шәп булыр ине, һис шикһеҙ.
– Беҙҙең атаҡлы ғалим-археолог Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов менән дә ошо карта нигеҙендә танышып киткәйнегеҙме?
– Эйе. Мин уға бәйләнешкә сыҡтым, үҙемдә булған мәғлүмәттәрҙе әйттем, ә ике көндән шылтыратыу яңғыраны: киләм, көтөгөҙ, тип.
Картаны баҫып сығарыу буйынса эшләнәһе эштәрҙе барланыҡ, Нияз Абдулхаҡ улы сығымдарҙы иҫәпләү, ойоштороу мәшәҡәттәрен иңенә алғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был пландарыбыҙға тормошҡа ашырға яҙманы... Ошо сикһеҙ тарихи мәғлүмәттәргә эйә булған картаны баҫтырып сығарыу арҙаҡлы башҡорт ғалимының иҫтәлеген мәңгеләштереүгә ҙур аҙым булыр ине, тип уйлайым.
(Әңгәмәне тулыраҡ гәзиттең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ).
Читайте нас: