Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Июнь 2021, 20:05

Яңыртыу – мөһим талап

"Башҡортостан сода компанияһы" артта тороп ҡалмаһын, алдынғылыҡҡа дәғүә итһен өсөн уға ярҙам булырға тейеш", – тине Премьер-министр.

"Башҡортостан сода компанияһы"ның етештереү ҡоролмаларын яңыртыу өсөн дүрт йыл эсендә 50 – 100 миллиард һум аҡса тотоноу күҙаллана. Был турала республика Хөкүмәте, "БСК" акционерҙар йәмғиәте һәм "ВЭБ Инжиниринг" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡатнашлығында ойошторолған стратегия сессияһы барышында әйтелде.
– "БСК" артта тороп ҡалмаһын, алдынғылыҡҡа дәғүә итә алһын өсөн уның етештереү ҡоролмаларын яңыртыу мотлаҡ һәм был йәһәттән Башҡортостан Хөкүмәте ярҙам итергә әҙер, – тине Премьер-министр Андрей Назаров. – Предприятие экологик һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса ҡуйылған маҡсаттарына өлгәшеү өсөн үҙ килемен тотонорға ниәтләй икән, беҙ был осорҙа уның дивидендтарынан баш тартып торорға риза.
"БСК"ның генераль директоры Эдуард Давыдов әйтеүенсә, ғөмүмән, сода компанияһын үҫтереү буйынса план 10 йылға иҫәпләнгән. Әле уны финанслау сығанаҡтарын билдәләйһе бар. Предприятиеның үҙ килемдәренән тыш, бурысҡа аҡса алып тороу, федераль субсидиялар йәлеп итеү ҙә ҡарала. Модернизация барышында "БСК"ның төп партнеры "ВЭБ Инжиниринг" буласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президентының Указына ярашлы "БСК" акционерҙар йәмғиәте акцияларының 38,3 процентын Башҡортостан милкенә тапшырыу, тағы 11,7 процентын республикаға ышаныҡлы идараға биреү тураһында положение раҫланған.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: