Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Июль 2021, 19:00

"Беҙ һине оҙаҡ көттөк"

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов ниндәй яңылыҡ менән уртаҡлашты?

"Беҙ һине оҙаҡ көттөк"
"Беҙ һине оҙаҡ көттөк"

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һөйөнөслө яңылығы менән уртаҡлашты.

 

“Ролан, беренсе ейәнем! Сәләм, бәләкәс! Беҙ һине оҙаҡ көттөк”, - тип яҙған Асҡар Абдразаҡов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. “Ҙур булып үҫһен, олатаһына оҡшап шәп тауышлы булһын”, “Бәләкәскә ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ”, “Бәләкәскә, тотош ғаиләгеҙгә бәхет, сәләмәтлек” тип яҙған артисыбыҙҙың ижадын ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барғандар.

 

Беҙ ҙә Асҡар Абдразаҡовҡа, уның ғаиләһенә иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ, бәпестең сәләмәт, оҙон ғүмерле, бәхетле булыуын теләйбеҙ.

 

Фото: А. Абдразаҡовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: