Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Июль 2021, 14:00

Һигеҙ төп принципты нығыта

Был ойошма-предприятиеларға, эшҡыуарҙарға ғына түгел, граждандарға ла ҡағыла.

Һигеҙ төп принципты нығыта
Һигеҙ төп принципты нығыта

Башҡортостанда ер күҙәтеүе өлкәһендә тикшереүҙәр акценты хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә, уларҙы барлыҡҡа килтермәүгә һәм контроль аҫтындағыларҙың намыҫлы булыуына  этәргес биреүгә йүнәлтелә. Был ойошма-предприятиеларға, эшҡыуарҙарға ғына түгел, граждандарға ла ҡағыла.

Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ленара Дегтярованың хәбәр итеүенсә, эштәге яңылыҡтар 2020 йылдың 31 июлендә ҡабул ителгән 248-се “Рәсәй Федерацияһында дәүләт контроле (күҙәтеүе) һәм муниципаль контроле тураһында”ғы Федераль законға үҙгәрештәрҙең үҙ көсөнә инеүе менән бәйле.

"Яңы закон талаптары сиктәрендә Росреестрҙың ерҙәрҙе һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса дәүләт инспекторҙары иҫкәртеү визиты һәм консультация биреү кеүек яңы иҫкәртеү сараларын үҙләштерә. Шулдай уҡ контроль-күҙәтеү саралары исемлеге арттырыла, инспекция визиты, рейд ҡарауы өҫтәлә. Сығып тикшереүҙәр иҫкәрмә осраҡтарында, булыу ихтималлығы мөмкин ҡағиҙәләрҙе баһалауға ҡарап буласаҡ. Мәҫәлән, уртаса хәүеф категорияһына дөйөм файҙаланыуҙағы һыу объекттарының яр һыҙаттары сиктәренә яҡын йәки сигендәге ер участкалары ҡарай", - тип белдерҙе Ленара Дегтярова.

Ул шулай уҡ хәҙер Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы үткәргән контроль-күҙәтеү саралары тураһындағы мәғлүмәттең Берҙәм контроль (күҙәтеү) саралары реестрында сағылыуы хаҡында әйтте. Уның операторы – Рәсәйҙең Генераль покуратураһы.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ үҫеше һәм ярҙам итеү фонды генераль директоры Рафаэль Ғәбиҙуллиндың белдереүенсә, закон контролдең (күҙәтеүҙең) һигеҙ төп принцибын нығытҡан. Улар: мотлаҡ талаптарҙы намыҫлы күҙәтеүҙе дәртләндереү, беренсе хоҡуҡ боҙоуҙа иҫкәртеү, дәүләт органдары тарафынан да, контроллек итеүселәрҙең дә һәм башҡаларҙың хоҡуҡтан артыҡ файҙаланыуын булдырмау.

Был яңы үҙгәрештәрҙең маҡсаты – контроль-тикшереү сараларының асыҡлығы, үтә күренмәлелеге, намыҫлы эшҡыуарҙарға һәм граждандарға административ йөкләмәне кәметеү.

Фото: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: