Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июль 2021, 12:55

Һаҡ булайыҡ: урмандар яна!

71 бина тулыһынса янып сыҡҡан. Улар араһында – Джабык һәм Запас ауылдарындағы 46 йорт. Әлегә 350 кеше ваҡытлыса пунктҡа урынлаштырылған. 

Һаҡ булайыҡ: урмандар яна!
Һаҡ булайыҡ: урмандар яна!

Силәбе өлкәһендә урмандар яна. Яҡынса 14 гектар ерҙе “ҡыҙыл әтәс” биләп алған, тип хәбәр итәләр. 71 бина тулыһынса янып сыҡҡан. Улар араһында – Джабык һәм Запас ауылдарындағы 46 йорт. Ауылдарҙағы кешеләрҙе ваҡытлыса урынлашыу пунктына эвакуациялағандар. Унда әле – 350 кеше.

Янғынды һүндереүгә “Ил-76 “, “Бе-200” самолеттары һәм “Ми-8” вертолеты йәлеп ителгән, тик хәл ҡырҡыулашҡандан-ҡырҡыулаша.

Янғын Әбйәлил, Йылайыр райондарыына етеп килә, тип хәбәр итә yfaonline төркөмө.

Дуҫтар, ут менән һаҡ булайыҡ! Йылға-күл буйҙарына, ялан-ҡырҙарға сыҡҡанда, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек. Юғиһә, "ҡыҙыл әтәс" "ауыҙлыҡларға" ғына тора, бер нәмәне аямай. 

Видео: yfaonline; фото: liport.ru.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: