Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Июль 2021, 20:30

“Мине ишетһәгеҙ, рәхмәтле булыр инем”

"Инцидент-менеджмент" системаһына Салауат ҡалаһынан мөрәжәғәт иткәндәр.

“Мине ишетһәгеҙ, рәхмәтле булыр инем”
“Мине ишетһәгеҙ, рәхмәтле булыр инем”

"Инцидент-менеджмент" системаһына Салауат ҡалаһынан мөрәжәғәт иткәндәр.

“Башта, әлбиттә, ҡалабыҙ өсөн ҙур рәхмәт әйтәм, - тип башланған хат. – Күпкә уңайлыраҡ, матурыраҡ булып ҡалды. Ҡалалағы урамдар, парктар, ихаталар һәм аллеялар ҡараулы. Был – ҙур хеҙмәт!

Тик бына балалар дауаханаһына ингән урында асфальтты тергеҙеүҙе һорар инем. Уны урап үтеп булмай. Машина соҡорға төшөп китә, һөҙөмтәлә йәрәхәтләнгән, операция үткәргән балалар һыҙлана. Мине ишетһәгеҙ, ҙур рәхмәтле булыр инем”.

“Олеся, дауаханаға ингән урындағы юлды ремонтланыҡ”, - тип яуап биргәндәр Салауат ҡалаһы хакимиәтенән.

Фото: “Инцидент-менеджмент”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: