Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Июль 2021, 15:00

"Кеше юғалырға энә түгел..."

Ҡыйғы районынан 45 йәшлек Руслан Ишәевтең туғандары уны табышыуҙа ярҙам һорай. Яҡындарының һүҙҙәренсә, ул һуңғы тапҡыр...

"Кеше юғалырға энә түгел..."
"Кеше юғалырға энә түгел..."

Ҡыйғы районынан 45 йәшлек Руслан Ишәевтең туғандары уны табышыуҙа ярҙам һорай. Яҡындарының һүҙҙәренсә, ул һуңғы тапҡыр 12 июлдә - Өфөгә эшкә китер алдынан - бәйләнешкә сыҡҡан, шул ваҡыттан алып уның тураһында бер ни белмәйҙәр.

"12 июль ватсапта яҙҙы ла юғалды. Ул көндө йәшәгән урынынан үҙе киткән. Өфөлә уға ваҡытлыса бүлмә биргәндәр. Баш ҡалала бетон заводына яңыраҡ урынлашҡайны..." тип һөйләгән ирҙең туғаны ГорОбзор.ру-ға.

Яҡынының һөйләүенсә, улар Русландың дуҫтарынан һәм хеҙмәттәштәренән һораштырғандар, әммә берәү ҙә тынысландырырлыҡ мәғлүмәт әйтә алмай.Туғандары полицияға юғалыу тураһында ғариза яҙып һалған.

"82 йәшлек әсәйем көйөп ауырып китте. Бөтәбеҙ ҙә бик ҡайғырабыҙ. Кеше эҙһеҙ юғалырға энә түгел дә инде. Туғаныбыҙ иҫән-һау табылыр тип ышанабыҙ", ти Русландың апаһы.

Билдәләре: ҡаҡса кәүҙәле, сәсе ҡара төҫтә, тулҡынланып тора, уң яҡ күҙе аҫтында ҙур яра эҙе бар.

Юғалған ир тураһында берәй мәғлүмәт белеүселәр йәки уны күреүселәр булһа, кисекмәҫтән полицияға шылтыратыуығыҙ һорала.

Фото: ГорОбзор.ру

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: