Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Сентябрь 2021, 14:15

Фәнни тикшенеүҙәргә – дәүләт ярҙамы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров республикала алдынғы ғалимдар етәкселегендә үткәрелгән фәнни тикшеренеүҙәргә дәүләт ярҙамы саралары тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Фәнни тикшенеүҙәргә – дәүләт ярҙамы
Фәнни тикшенеүҙәргә – дәүләт ярҙамы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Хәбиров республикала алдынғы ғалимдар етәкселегендә үткәрелгән фәнни тикшеренеүҙәргә дәүләт ярҙамы саралары тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Република етәксеһе был маҡсатта 2021 – 2023 йылдарға, шулай уҡ артабан һәр дүрт йылға төбәк бюджеты иҫәбенән субсидиялар формаһында бирелә торған 75 миллион һумлыҡ дүрт грант булдырҙы.

Республика Хөкүмәтенә киләһе финанс йылына һәм артабанғы осорҙарға бюджетты формалаштырғанда был гранттарға аҡса бүлеүҙе күҙ уңында тотоу мөһим.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы гранттарға конкурсты үткәрергә һәм еңеүселәргә уларҙың бүленеүен хәстәрләргә бурыслы.

Указда шулай уҡ гранттарҙы биреү тәртибе, Башҡортостан Республикаһының алдынғы ғалимдар етәкселегендә үткәрелгән фәнни тикшеренеүҙәргә дәүләт ярҙамы өсөн гранттары буйынса Совет һәм уның составы раҫланды.

Ҡабул ителгән ҡарарҙар донъя кимәлендәге Евразия фән-белем биреү үҙәге эшмәкәрлеге программаһын сифатлы итеп тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.

 

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: