Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Октябрь 2021, 15:05

Һәр кем бәхеткә лайыҡ

Ауыр сиргә дусар Ҡунаҡҡоловтарҙың тормошонда ла яҡты һыҙат башланды.

Һәр кем бәхеткә лайыҡ
Һәр кем бәхеткә лайыҡ

Өс бер туғандың аяныслы тарихы бынан күп йылдар элек башланһа ла, күпселек халыҡ ул турала быйыл йәй генә белде. Әгәр ҙә шул мәлдә Әбйәлил районында төпкөлдә урынлашҡан Йәнекәй ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы уҙмаһа, ағалы-ҡустылы Ҡунаҡҡоловтар элеккесә үҙ хәстәрҙәре менән булышып, үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап һәүетемсә йәшәп тик ятыр ине. Ә хәҙер һуңғы дүрт ай эсендә изге кешеләрҙең иғтибары, ярҙамы арҡаһында уларҙың тормошо ҡырҡа үҙгәрҙе.

Инвалид коляскаһындағы өсәү

Уҙған быуаттың 70-се йылдарында барлыҡҡа килгән матур сара был төбәк ауылдарында биш йыл һайын үткәрелеп килә. Йәйҙең бер йәмле көнөндә ауыл халҡы – унда йәшәгәндәре лә, тыуған ерен һағынып ситтән ҡайтҡандары ла, абруйлы ҡунаҡтар ҙа – бергә йыйылып күңел аса, осраша, танһыҡтары ҡанғанса һөйләшә. Тәүҙә ҡурсаҡтай кейенгән, төҙөкләндерелгән урамдар буйлап уҙалар, ҡунаҡсыл хужаларҙың ҡапҡа алдарындағы өҫтәлдәрҙә ҡуйылған һый-ниғмәттән ауыҙ итәләр, артабан хозур тәбиғәт ҡосағында эшләнгән сәхнә янына йыйылып, тамаша ҡарайҙар, татыу ғаиләләрҙе, ауылдың иң оло һәм иң кесе кешеләрен, яңы өйләнешкән йәштәрҙе, алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләйҙәр, ошонан сыҡҡан билдәле яҡташтарҙың мәктәпкә, клубҡа, китапханаға, балалар баҡсаһына, фельдшер-акушерлыҡ пунктына бүләктәр биргәнен алҡышлайҙар, майҙандарҙа уйындарҙа ҡатнашалар, һуңынан инде зат-зәүер менән йылға-шишмә буйлап таралып ултырып, ҡаҙанда бешкән иттән ауыҙ итәләр, хуш еҫле сәй менән һыуһын ҡандыралар. Кискеһен инде байрам йорттарҙа дауам итә.

Бына шулай Йәнекәйҙә лә урам буйлап атлаған ҡунаҡтарҙың иғтибарын сәйер бер күренеш үҙенә тарта. Халыҡ ағымы ыҡсым ғына яңы йорт тапҡырына еткәс, уның ҡапҡаһы алдында өс ир-аттың инвалид коляскаларында ултырған килеш моңһоу ҡиәфәттә байрам барышын күҙәтеүен күрә. Кем һуң был өсәү?..

Сараны алып барған ваҡытлыса Йәнекәй клубы мөдире вазифаһын башҡарыусы Идиә Ғәлимова кешеләр төркөмөн бер аҙға ғына ошо ир-егеттәр янында туҡтауҙы үтенә. Башта әйткәнемсә, бындай байрамға баш ҡаланан олуғ ҡунаҡтар – юғары вазифа биләгән шәхестәр, абруйлы яҡташтар һәм депутаттар ҙа килә. Һәм һүҙ араһында уларҙың иғтибарын төрлө проблемаларға йүнәлтеп, ярҙам һораған осраҡтар ҙа ғәҙәти тип ҡабул ителә. Ә инвалид коляскаһында ултырған кешенең, һис һүҙһеҙ, ярҙамға мохтаж икәне күренеп тора. Әммә Идиә Миҙхәт ҡыҙы шаҡ ҡатырғыс хәбәр әйтә: “Халыҡ, бына ошо егеттәрҙән өлгө алығыҙ. Бала саҡтан тиерлек һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән, коляскала ғына хәрәкәт иткән бер туған Ҡунаҡҡоловтар, бер кемгә лә бәлә һалмайынса, ярты йыл эсендә йорт төҙөп сыҡты! Ә инде уртансылары Рафиҡ кәләш алғас, уларҙың үҙҙәрен генә ҡалдырып, ихата эсендә өлкәндәре Фәиз менән бәләкәстәре Рәфискә тип тағы бер өй һала башланылар. Ағалы-ҡустылылар эсмәй, тартмай, бөтә эште үҙҙәре башҡара, өсөһө лә гармунда уйнай. Ә бит алты һаны ла теүәл булып та, эскелеккә бирелеп, бер ҡайҙа ла эшләмәй, ғаилә ҡормай, балалар үҫтермәй ата-әсә елкәһендә ятҡан, үҙ яҙмыштарына төкөрөп биргән әзмәүерҙәй һап-һау ирҙәр ҙә бар. Әйҙә уларға оят булһын!”

Ҡунаҡҡоловтар бындай көтөлмәгән осрашыуҙан, ҡапыл ғына үҙҙәренә ҡарата тыуған иғтибарҙан, ҡыҙыҡһыныуҙан төбәлгән ҡараштарҙан ныҡ уңайһыҙлана, шуға күрә бигүк һөйләшмәйҙәр ҙә, уйнарға тип һонолған гармунды алыуҙан да баш тарталар.

 

Аяҡтан йыҡҡан билдәһеҙ сир

Халыҡ һоҡланыуын белдереп сәпәкәй итеп, өс бер туғанға дәртләндергес һүҙҙәр әйтеп, ары ҡуҙғалып китә. Улар араһында булған район гәзите хәбәрсеһе Рәхимә Мусина, ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, иркенләп, яйлап аралашыр өсөн ваҡыт таба. Ниһайәт, Ҡунаҡҡоловтар асылып китеп әлеге хәлгә килтергән яҙмыштарын бәйән итә.

Башта ете балалы ғаиләлә ғәҙәти ауыл малайҙары булып үҫеп килә улар. Ауыл ерендәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эштәрҙең барыһын да башҡарып – мал-тыуар аҫрап, бесән сабып, утын әҙерләп. Әммә башланғыс мәктәпте тамамлап, йүгереп уйнап йөрөгән ерҙәренән ниндәйҙер билдәһеҙ генетик сир арҡаһында бер-бер артлы аяҡтан яҙалар. Тәүҙә – һылтыҡлап, унан – таяҡҡа таянып хәрәкәтләнәләр, артабан инде бөтөнләй атлап йөрөй алмай башлайҙар. Һуңғыһы булып 26 йәшендә Рәфис коляскаға ултыра. Ғаилә оҙаҡ ҡына малайҙарын Сибай һәм Өфө ҡалаларындағы дауаханалар буйлап йөрөтә, ләкин табиптар ауырыу сәбәбен асыҡлап, аныҡ ҡына диагноз ҡуя алмай. Операциялар ҙа ярҙам итмәй. Ахыр сиктә, был генетик сир ғәләмәтелер, тигән ҡарар сығарып ҡуялар.

Әйткәндәй, ошо өсәүҙән тыш, ҡалған өс малайҙы һәм бер ҡыҙҙы бындай бәлә урап үтә. Ҡаты сиргә дусар булған туғандар тәүҙә Йылайырҙа инвалидтар өсөн махсус интернатта уҡый, һуңынан тыуған ауылдарына ҡайтырға һәм ата-әсәләре менән йәшәргә мәжбүр булалар. Ваҡыт үтеп, өлкәндәр ҡартайып бер-бер артлы вафат булғас, иҫке генә өйҙә өсәү тороп ҡалалар. Бер аҙҙан ул йәшәрлек булмай башлай. Ҡунаҡҡоловтар ваҡытлыса күрше йортҡа күсеп, тыуған нигеҙҙә үҙҙәренә яңы өй һалырға хәл итә. Һәм өс йыл элек быға өлгәшәләр. Әле 51 йәшлек Фәиз, 45 йәшлек Рафиҡ һәм 42 йәшлек Рәфистең ошо яңы торлаҡта йәшәп ятҡан көндәре.

– Өсөбөҙ ҙә эсмәйбеҙ, тартмайбыҙ. Өсөбөҙгә лә пенсия сыға. Аҡсаны юҡ-барға туҙҙырмай йыйып барҙыҡ. Шунан төҙөлөш материалдары – бура, таҡта һатып алдыҡ та, эшләргә кеше яллап, ярты йыл эсендә,  май айынан ноябргә тиклем, төҙөп сыҡтыҡ. Күмәкләп йәшәрбеҙ тип уйлағайныҡ, Рафиҡ ағай өйләнеп ташланы. Гөлфиә еңгәй менән уға ҡамасауламаҫ өсөн айырым күсеп сығырға булдыҡ. Ҡапҡа эсенә 7х9 метр ҙурлыҡта бура ҡайтартып ултырттыҡ. Башын тимер ҡалай менән яптырттыҡ, тик төҙөлөш материалдары ҡыйбатайып китеп, эш туҡтап ҡалды. Таш, цемент алһаҡ, нигеҙен ҡорор инек. Таҡта-фәләнгә лә 35 меңдәй аҡса кәрәк. Әлеге өйөбөҙгә йыйған кеүек һаҡламыбыҙ юҡ, малыбыҙҙы ла һатып тотонғайныҡ, шуға күрә аҙыраҡ аҡса туплайбыҙ ҙа нимәлер эшләтәбеҙ, шунан тағы ла финанс булғансы төҙөлөш туҡтап тора, – тип һөйләй Рәфис.

 

Рафиҡтың өйләнеүе

Ағалы-ҡустылы өсәү тормош мәшәҡәттәре менән йәшәп ятҡанда, яҙмышты үҙгәрткән хәл-ваҡиға була. Сания һеңлеләренең уларға ярҙамлашҡан балалары ярҙамында интернет аша элек Йылайырҙа бергә уҡыған һабаҡташтарын табырға уйлайҙар. Класташтарын эҙләгән Рафиҡҡа Ейәнсура районынан Гөлфиә Халиҡова ғына яуап бирә.

Аралашҡанда шул асыҡлана: ҡатындың тормошо еңелдән түгел икән – яҡындары-туғандары бер-бер артлы мәрхүм була, ғаилә ҡорған кешеһе менән дә тормоштары селпәрәмә килә. Ҡайҙа барып баш төртөргә белмәй йөрөгән сағы була Гөлфиәнең. Рафиҡ шунда уҡ уны үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡыра.

Декабрь айында, Яңы йыл байрамы алдынан ҡатын бығаса үҙе бер тапҡыр ҙа булмаған алыҫ районға юлға сыға. Тышта ҡыш һыуығы, буранлап та тора. Бер транспорттан икенсеһенә күсеп ултыра-ултыра саҡ Йәнекәй ауылын эҙләп таба ул. Аҙашып йөрөгәндәрендә хатта таксисҡа, кире ҡайтайыҡ та ҡуяйыҡ, тип әйтеп өлгөрә. Бәхеткә күрә, водитель һуңғы мәлдә ауыл исеме яҙылған юл күрһәткесен күреп ҡала.

– Миңә Яңы йыл бүләге булып килеп төштө ул, – тип образлы ғына итеп әйтеп ҡуя Рафиҡ. – Шунан ирле-ҡатынлы булып йәшәнек тә киттек.

Шул көндән алып Гөлфиәнең иңенә ир ҡатыны булып йәшәү генә түгел, ә бер үҙенә өс инвалид кешене ҡарау бурысы ла төшә. Ярай ашарға бешереү, кер йыуыу кеүек ҡатын-ҡыҙ эшен башҡарыуы ғәҙәти хәл тип ҡабул ителә, әммә коляскала ултырған ир-атты тәрбиәләүҙең башҡа нескәлектәре лә бар бит әле.

Хәбәрсенең “Өс инвалид ир кешене ҡарауы ауыр түгелме һуң?” тигән һорауына ҡатындың, юҡ, улар үҙҙәре миңә ярҙам итә, тип әйтеп өлгөрөүенә, Рафиҡ:

– Беҙ бит Гөлфиәгә тиклем дә нисектер йәшәнек. Икмәкте лә һатып алмай, үҙебеҙ ҡамыр әсетеп бешерә торғайныҡ. Әле лә бәләбеҙҙе һалып ултырмайбыҙ, бөтә эште күмәкләп башҡарабыҙ. Беҙҙе, көнө буйы коляскала тик ултыра, тип уйламағыҙ. Өй мейес менән йылытыла, утынды ла йә ултырған килеш, йә ергә тубыҡланып алып, үҙебеҙ ярабыҙ, картуф сәсеп тәрбиәләйбеҙ, ашарға ла бешерәбеҙ, керебеҙҙе лә йыуабыҙ. Атай-әсәй тере саҡта мал-тыуар, ҡош-ҡорт та ҡараштыҡ, – тип яуаплай.

 

Көнкүреш мәшәҡәттәре

Ысынлап та, күп йылдар буйы үҙ йүндәрен үҙҙәре күрә Ҡунаҡҡоловтар. Идиә Ғәлимованың социаль селтәрҙә һалған видеояҙмаһынан күренеүенсә, ҡышҡылыҡҡа утынды ла тап шулай әҙерләй ағалы-ҡустылы өсәү. Унан күренеүенсә, Рафиҡ менән Рәфис инвалид коляскаһында ултырған килеш ҙур-ҙур түмәрҙәрҙе яра, өлкәндәре Фәиздең генә быны эшләргә хәленән килмәй. Рәфис әйтеүенсә, бер “ГАЗель” арбаһы утынды яйлап ике аҙнала ярып өйөп ҡуялар. Арыраҡ тау-тау булып утын өйөмө ята – шулай бөтәһе биш йөк әҙерләгәндәр икән. Миҙгеленә алты-һигеҙ йөк ҡулланыла. Уларға бит ҡышҡыһын өйҙө лә мейес яғып йылытырға, мунса ла яғырға кәрәк.

Йәнекәй ауылында йорттарға газ үткән, күрше-тирәлә барыһы ла зәңгәр яғыулыҡ тотона. Тик Ҡунаҡҡоловтар элеккесә утын әҙерләй, сөнки атай-әсәйҙәре мәрхүм булғандан һуң, мөлкәткә хоҡуҡты теркәтмәйҙәр, ул әлегәсә мәрхүм атайҙары исемендә була. Шунлыҡтан, инвалидтар бындай яуаплылыҡтан азат ителһә лә, милеккә һалым да түләп килгәндәр. Ә өйҙө рәсмиләштермәгәс, газ үткәргескә тоташтырыу эштәрен башҡарыр өсөн документтары ла булмай. Етмәһә ир-егеттәрҙең паспорттары ла ваҡытында алмаштырылмаған, тимәк, ғәмәлдән сыҡҡан.

Инвалид коляскаһында ултырған килеш ҡайҙалыр алыҫта ятҡан дәүләт учреждениеларына, дауаханаларға йөрөүе лә, хоҡуҡты даулауы ла еңел түгел, шуға күрә улар күп нәмәгә ҡул һелтәгән һәм ябай ауылса көн күрә. Хатта юллап йөрөүгә ваҡыт сарыф итмәҫ өсөн инвалид коляскаларын да үҙ аҡсаларына һатып алалар. Улары тиҙ генә эшлектән сыға, ватыла. Йәнә ремонтларға, ҡоршарға тура килә. Медицина-социаль экспертиза бюроһы ултырышына Фәиз менән Рафиҡты күтәреп индерәләр, шунлыҡтан уларға беренсе төркөм инвалидлығы бирәләр, ә Рафиҡ, сәмләнеп, шыуышып тигәндәй бүлмәгә үҙе инә, һөҙөмтәлә уға икенсе төркөм инвалидлығы статусын тәғәйенләйҙәр. Йәнәһе, үҙ аяҡтарында йөрөй.

Өҫтәүенә ауыл урамында асфальт түшәлмәгән. Ямғыр-ҡар яуһа, батҡаҡ була, унан коляскала үтерлек түгел. Ә бит туғандарға магазин-фәләнгә, йомош менән башҡа урынға барыу мохтажлығы ла тыуып тора. Аптырап, быйыл кредитҡа мотоблок һатып алғандар, хәҙер теләгән урынға шуның менән генә елдереп барып киләләр. Гөлфиә лә уны оҫта ғына йөрөтөргә өйрәнеп алған.

Ауыл ерендә лә халыҡ уңайлыҡтар тыуҙырып йәшәргә тырыша. Күптәр йорттарына йыуыныу бүлмәһе эшләй, һыу үткәрә, ҡаҙанлыҡ урынлаштыра. Ҡунаҡҡоловтарҙың өйөндә былар юҡ. Ә инвалид кешегә айырыуса ҡышҡы һыуыҡтарҙа тыштағы бәҙрәфкә, мунсаға йөрөүе үҙе бер ыҙа.

Үҙҙәренең хужалыҡ тирәләй генә хәрәкәтләнгән ағалы-ҡустылының туғандары, таныштары менән аралашыр өсөн смартфон йә планшеттары ла булһа ине. Әле пенсия аҡсаһына ғына икенсе йорт һалып ятҡанда, финансты ҡыҫып тотҡанда, бындай сығымдарҙы күтәреүе еңел түгел.

Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән булһа ла, өс бер туған үҙҙәрен генә ҡайғыртып йәшәмәй. Дәүләттән, урындағы хакимиәттән, ауылдаштарынан уңайлыҡтар талап итмәй, киреһенсә, кешелеклелек, ярҙамсыллыҡ сифаттарын күрһәтеп, башҡаларға ла булышалар. Мәҫәлән, ғаиләлә берҙән-бер ҡыҙ Сания һеңлеләренә ярҙам итәләр.

– Күрше ауылдан кейәүҙән айырылып ҡайтҡас, һеңлебеҙгә өй һатып алып бирҙек. Унда ла газ юҡ, шуға утын алдыртып, ярып биреп торабыҙ. Ул да беҙгә ҡулыбыҙҙан килмәгән эште башҡарырға булыша. Шулай бер-беребеҙгә терәк булып йәшәйбеҙ. Ауыр, әлбиттә, аҡса ла етмәй китә, ләкин үҙебеҙҙең һаҡсыл, йыйындыҡлы булыуыбыҙ ярҙам итә”, – ти Рафиҡ.

 

Ил төкөрһә – күл була

Башҡорттарҙа ошондай матур әйтем бар. Йәғни һәр кем хәленән килгәнсә аҙлап ярҙам итһә лә, һөҙөмтәлә ҙур эш башҡарыла. Йәшәйештә быға яҡшы миҫалдар күп. Ҡунаҡҡоловтарҙың да тормошо күмәк халыҡ ҡатнашлығында ҡапыл яҡшы яҡҡа үҙгәреп китте.

Өс бер туған хаҡында район гәзитендә хәбәрсе Рәхимә Мусинаның мәҡәләһе баҫылғас, уның һәм Йәнекәй ауылы клубы мөдире Идиә Ғәлимованың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә яҙмалар барлыҡҡа килгәс, ағалы-ҡустылының яҙмышы йәмәғәтселек иғтибарына барып етте. Кемдер, ярҙам итәйек – аҡса йыяйыҡ, тип оран ташланы. Тиҙ арала байтаҡ сумма йыйылды. Фәиз, Рафиҡ һәм Рәфис тәүҙә өйҙәренә һыу үткәрергә ҡарар итте.

Әйткәндәй, яҡын-тирәләге халыҡ туғандарҙың хәлен белһә лә, ошоғаса Башҡортостан халҡы бөтөнләй хәбәрҙар булманы. Ҙур йөрәкле ҡатын-ҡыҙҙар булмаһа, был тарих шулай көслө яңғырамаҫ та ине, моғайын. Идиә Ғәлимова былтыр март айында Йәнекәйгә ваҡытлыса клуб мөдире итеп тәғәйенләнә, үҙе Рәхмәт тигән ауылдан йөрөп эшләй. Шунда үҙ көстәре менән донъя көткән, һау кешеләрҙән дә тырышыбыраҡ йәшәргә тырышҡан ғаиләне ситтән һоҡланып та, йәлләп тә күҙәтеп йөрөй торғас, уларға ярҙам итеү теләге менән яна башлай.

Ә тиҙҙән Йәнекәйгә республика хәбәрселәре юл тотто. Тележурналист Рәмзиә Кәримова – Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, радиожурналист Клара Шәрипова “Юлдаш” радиоһында тапшырыуҙар әҙерләп эфирға сығарҙы. Үҙе лә Әбйәлилдән булған Рәмзиә махсус репортаж төшөрөп кенә ҡалманы, инвалидтарға ярҙам да ойоштороу эшенә егелде. Тиҙҙән билдәле режиссер, мәҙәниәт эшмәкәре Рәйес Абдрахман улы Исмәғилев бүләк иткән смартфонды алып барып тапшырҙылар. “Мин дә был яғына кеше һымаҡ телефон һыйпап ултырырмын инде”, – тип шаярта Рәфис. Бына шулай хәҙер туғандарҙың тышҡы донъя менән дә бәйләнеше бар.

Икенсе заманса телефонды Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина вәғәҙә итә. Ә йортҡа һыу үткәргес өсөн баҡсала канализация соҡоро ҡаҙытҡанда тағы бер һөйөнөслө яңылыҡ килеп етә: Рәмзиәнең тырышлығы менән Ҡунаҡҡоловтарҙың проблемаһын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов контролгә аласағын белдерә. Уның күрһәтмәһе буйынса, был эштәге бөтә сығымды ҡаплауҙы Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары союзы үҙ өҫтөнә ала. Уның Әбйәлил районы буйынса етәксеһе Илнур Рәжәп улы Юлдыбаев тап эш ҡыҙған ваҡытта шылтырата. Әлбиттә, бик шатланалар! Халыҡтан йыйылған аҡсаның етмәҫе көн кеүек асыҡ, сөнки йыуынты һыу соҡорона төшөрөләсәк бетон ҡулсаларҙың хаҡы ғына ла байтаҡ. Бер нисә көндән барлыҡ кәрәкле төҙөлөш һәм монтаж материалы, ҡорамал-йыһаздар килтереп еткереләсәк тип хәбәр итәләр. Егеттәрҙең ҡыуанысының сиге булмай.

Күп тә үтмәй Ҡунаҡҡоловтарҙың өйөндә раковина-унитаз урынлаштырыла, торбалар һалына, һыу ҡаҙанлығы ҡуйыла. Раковина уңайлы итеп түбәнәйтеп нығытыла, хәрәкәтләнергә уңайлы булһын өсөн тотонғостар һуҙыла. "Бындай рәхәтлекте күргән юҡ ине", – ти ихлас йылмайып Рәфис менән Рафиҡ. Хәҙер Гөлфиә лә кухняла һауыт-һабаны рәхәтләнеп эҫе һыуҙа йыуа.

Ләкин был өсәүҙең яҙмышын күҙәткән халыҡты тағы бер мәсьәлә борсой: уларҙың йортона һыу үткәрелһә лә, икенсеһе, әле төҙөлөп ятҡаны уңайлыҡтарһыҙ ҡаласаҡ бит. Уныһына ла санузел бүлмәһе йыһазландырырға кәрәк буласаҡ. Шуға ла күптәр, яңы өй һалғансы, әлегеһенә төкәтмә генә төҙөһәләр һәм икенсе яҡтан ишек асһалар, отошлораҡ булыр ине, тип һанай. Ысынлап та, бында уйланырға урын бар.

Яңы паспорттар ҙа әҙер булды. Паспорт өҫтәлендә эшләгән ҡыҙҙар ҙа туғандарҙың хәленә инеп, артыҡ талаптар менән мәшәҡәтләмәй, фотограф та бер һүҙһеҙ ярҙамға килә. Артабан инде йортҡа документтарҙы хәстәрләп, газ үткәрәһе ҡала. Милекте ваҡытында ҡабул итмәгәс, моғайын, быны суд аша эшләргә тура килер. Тимәк, юрист ярҙамы ла кәрәк буласаҡ. Ә Идиә Ғәлимова, ауыр сирләп дауаханаға инеп китеүенә ҡарамаҫтан, унда ла был мәшәҡәт менән шөғөлләнә һәм эште алып барырлыҡ адвокат таба.

Газ һуҙыуҙа инде Ҡунаҡҡоловтарға сығымдарҙы ҡаплауға сертификат бирелергә тейеш. 2019 йылдан республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән халыҡтың социаль ярҙамға мохтаж ҡатламдарына – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, инвалидтарға, күп балалы ғаиләләргә сығымдарҙы ҡаплауға 60 йә 100 мең һумлыҡ сертификат бирелә. Ә ил Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса магистралдән шәхси хужалыҡ участкаһы сигенә тиклем газ торбалары бушлай һуҙыласаҡ.

Октябрь башында тележурналист Рәмзиә Кәримова республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов менән һөйләшеүен, уның яңы өй төҙөүгә ярҙам сифатында таҡта ебәртәсәген, ә үҙенең шуллай уҡ Рәфисте икенсе төркөмдән беренсе төркөм инвалидлығына күсертеү мәсьәләһе менән шөғөлләнгәнен, бушлай коляска юллау буйынса ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановаға мөрәжәғәт итәсәген хәбәр иткәйне. Әле килеп райондың тейешле хеҙмәттәре бурысты үҙ өҫтөнә алды.

Һәм бына ай аҙағына ҡыуаныслы хәбәрҙәр билдәле булды: Әбйәлил урмансылығы директоры Зариф Абдуллин тәүҙә барып килеп үлсәмдәр алған, иҙән-түбәгә генә түгел, соланға ла таҡта вәғәҙә иткән. Бер аҙнанан – изге йома көнөндә Ҡунаҡҡоловтарҙың өйө алдына бер йөк ағас-таҡта ауҙарып та киткәндәр. Асҡар дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәровҡа мөрәжәғәт иткәс, табиптар Рәфисте беренсе төркөм инвалидлығына күсергән.

Хәҙер инде Рәмзиә туғандарҙың көнкүрешен еңеләйтеү маҡсатында уларға автомат кер йыуыу машинаһы юллай башланы. Тағы ла халыҡҡа аҡса йыйыу тураһында оран һалырғамы, әллә бағыусылар табырғамы тип икеләнгәнендә үҙенең курсташы, Башҡорт дәүләт университетында бергә уҡыған Көйөргәҙе районы егете – хәҙер Өфө эшҡыуары Филүс Үтәгәнов: "Аллаһ ризалығы өсөн кер йыуыу машинаһын мин алып бирермен"? – тигән. Рәмзиә үҙенең шәхси сәхифәһендә: "Бына һиңә мә! Күктән һорағанымды Хоҙайым ерҙән бирҙе!" – тип ҡыуана.

Яңыраҡ Рәмзиә бер туғандарҙың, ғөмүмән, инвалидтарҙың проблемаларына тағы ла ҙурыраҡ иғтибар йәлеп иттереү өсөн федераль каналдар хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнешкә сығыуын, һөҙөмтәлә тиҙҙән Йәнекәйгә НТВ телеканалынан килергә йыйыныуҙарын, Мәскәү журналистарының Ҡунаҡҡоловтарҙың нимәгә мохтажлыҡ кисереүҙәрен белешкәнен яҙҙы. Социаль селтәрҙәге ҡулланыусылар кемуҙарҙан аккумуляторлы электр инвалид коляскалары һорарға тәҡдим итте. "Магазинға, саф һауала йөрөргә сыҡһаң да, арытмай. Зыйлап, машина кеүек китә лә бара", – ти донъя күргән ҡатын-ҡыҙ.

 

Рухи байлыҡ ҡиммәтерәк

Йәйҙән алып Ҡунаҡҡоловтарҙың ҡотло өйөнән кеше өҙөлмәй – хәбәрселәр, етәкселәр, эшселәр... Улар барыһын да яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, бөхтә һәм йылы йортта мул табын артында ихлас һыйлап, телле музыка ҡоралдарында уйнап, йырлап-таҡмаҡ әйтеп, йор һүҙҙәре менән оҙатып ҡала. Өлкән ағалары Фәиздең тыуған көнөнә лә рухи байлыҡты өҫтөнөрәк күргән туғандар гармун-баян бүләк итеүҙе хуп күрә. Күңелдәрендә яҙмышҡа үпкә һаҡламайынса, бер нимәгә зарланмайынса, йөрәктәрендә изгелеккә, яҡшылыҡҡа ышаныс биргән яҡты осҡон һаҡлаған көслө зат яҙмыш һынауҙарына баш эйергә уйламай, тормош ауырлыҡтарынан бөгөлөп төшөргә йыйынмай. Айыҡ тормош рәүеше алып барып, киләсәккә яҡты өмөттәр менән йәшәйҙәр, ир намыҫы, выждан кеүек сифаттарҙы өҫтөн күрәләр.

Идиә Миҙхәт ҡыҙы улар менән осрашҡанда йыш ҡына көнүҙәк темаларға һөйләшеү алып бара, шуларҙың береһендә ағалы-ҡустылылар: "Беҙҙе иң әрнеткәне – һау-сәләмәт кешеләрҙең дә эшләү, донъя көтөү, ғаиләһен хәстәрләү урынына эскегә һалышып, хатта коляскала ултырған беҙҙән аҡса теләнселәп йөрөүе", – ти.

Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, ти халыҡ мәҡәле. Яҙмыш гел генә ҡырыҫлығын күрһәтмәй, Хоҙай Тәғәлә ихлас күңелле, сабыр ҡолоноң юлына миһырбанлы бәндәһен дә сығарып ҡуя. Ҡунаҡҡоловтарға ла тормошта шундай кешеләр тап була.

Был тарихта үҙҙәренең һөнәри бурыстарынан тыш йәмәғәт эшен дә алып барған оло йөрәкле ҡатын-ҡыҙҙарға айырым рәхмәт әйтергә кәрәк. Улар халыҡтың иғтибарын йәлеп итмәһә, юғары инстанцияларға мөрәжәғәт итеп, ярҙам ойоштормаһа, Ҡунаҡҡоловтарҙың әсе яҙмыш тарихы ошо Йәнекәйҙән ары китмәй, күптәргә билдәһеҙ булып ҡалыр ине. Бөтәһенә лә форсат кәрәк: ҡайҙалыр шылтыратырға, кәрәкле кешеһен табырға, онотмаһындар өсөн һорашып торорға. Рәхимә, Идиә һәм Рәмзиә, ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, үҙҙәре бер ни тиклем хәстәрлекле әсә, өлкән апай сифатында туғандарҙы ҡурсалауҙы дауам итә. Ҡатын-ҡыҙҙың оло йөрәге генә шундай миссияға һәләтлелер ул. Афарин һәм рәхмәт һеҙгә, миһырбанлы гүзәл зат!

Социаль селтәрҙәрҙә ултырған халыҡты ла туғандарҙың яҙмышы битараф ҡалдырманы. Йәшәйешебеҙҙе хәүефле күренештәр сорнап алғанда, тирә-яҡтан әленән-әле шик-шөбһәле хәбәрҙәр яуғанда, ҡараңғылыҡтағы яҡты бер нур кеүек күренде был ғәжәп тарих. Изгелеккә, ҡыуаныслы хәбәрҙәргә һыуһаған икән кешеләрҙең булмышы. Һәм шундай мөхиттә, ғәҙәттә, һәр кем үҙе лә яҡшыраҡ була бара түгелме?..

Фото: Рәмзиә Кәримованың "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһенән.

Һәр кем бәхеткә лайыҡ
Һәр кем бәхеткә лайыҡ
Һәр кем бәхеткә лайыҡ
Һәр кем бәхеткә лайыҡ
Һәр кем бәхеткә лайыҡ
Һәр кем бәхеткә лайыҡ
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: