Республикабыҙҙағы ошондай тәбиғәт күренешен, уның эҙемтәләрен видеоға төшөрөп ватсапҡа һалғандар. Әйтеүҙәренсә, унда Бөрйән районындағы хәл сағылдырыла.
Күренеүенсә, ямғыр, ергә һеңә алмайынса, ауыл кешеһенең ихатаһын, баҡсаһын баҫҡан, сәскән орлоҡтарын йыуҙырып ағыҙған - ҡыҫҡаһы, байтаҡ зыян һалған. Ямғырҙың да ваҡытында яуып, ваҡытында туҡтағаны яҡшы ла бит...
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, Каспий диңгеҙенән иҫкән көньяҡ ел мул йәшенле ямғырҙар килтерҙе. Бер аҙнала айлыҡ ямғыр яуған. 7-8 июндә ошондай көслө яуым-төшөм ҡайһы бер райондарҙа һаҡланасаҡ әле.
Ә һеҙҙең яҡтарҙа хәлдәр нисек?..
Фото: news.kmvcity.ru