Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Июль 2022, 10:00

Мөхәббәттәрен һаҡлап ҡалғандар

Никах теркәү һарайында гәүһәр һәм алтын юбилейҙарын билдәләгән парҙарҙы тәбрикләнеләр.

Мөхәббәттәрен һаҡлап ҡалғандар
Мөхәббәттәрен һаҡлап ҡалғандар

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы тантанала 60 йылдан ашыу бергә ғүмер иткән матур ғаилә - Фәрзәнә һәм Әҡсән Яҡуповтар ҙа бар ине. Улар икеһе лә Ғафури районынан, бер шишмәнең саф һыуын эсеп, гөл-сәскәле болондары булған күрше генә Юлыҡ һәм Уҫман ауылдарында тыуып үҫкәндәр.

Фәрзәнә Яҡупованың бала сағы, үҫмер ваҡыттары ауыр йылдарға тура килә. 16 ғына йәшендә етем тороп ҡалғас, донъя йөгө апаһы менән икәүһенең иңенә төшә.

Әҡсән ағай ҙа шулай уҡ тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып үҫә, тыуған ауылында дүрт кенә класлы мәктәп була, әммә белемгә ынтылған малай күрше ауылға йөрөй, артабан йәнә икенсе мәктәпкә...

Ғөмүмән, етемлекте лә, аслыҡты ла, ауыр хеҙмәтте лә, һуғыштың бар касафатын кисергән быуын беҙгә – йәштәргә һәр саҡ тормош өлгөһө булып тора, уларҙың ауыр яҙмыштары уйландырмай ҡалмай.

Әҡсән Рәбелүәли улы тәүҙә - “Сода” заводында, аҙаҡтан “Авангард” заводында эшләп хаҡлы ялға сыға. Фәрзәнә Хәмзә ҡыҙының да бөтә ғүмере эштә үткән, ул ғүмере буйы ауыр производствола, шифер заводында эшләй.

Теүәл 61 йыл элек никахҡа ингән Яҡуповтар дүрт балаға - Венера, Марс, Гүзәл һәм Римаға ғүмер биреп, уҡытып, башлы-күҙле итеп, лайыҡлы тәрбиәләгәндәр. Уларҙың тормош юлы күптәргә үрнәк булып тора.

Фотолар: ҡала хакимиәте төркөмөнән алынды. 

Мөхәббәттәрен һаҡлап ҡалғандар
Мөхәббәттәрен һаҡлап ҡалғандар
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: