Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Август 2022, 18:30

Ноҡотҡа ышанаһығыҙмы?

Заманында мин дә ноҡот һала инем...

Ноҡотҡа ышанаһығыҙмы?
Ноҡотҡа ышанаһығыҙмы?

Әсәйем ноҡот һала торғайны. Мал ҡайтмаһа, йә юғалһа, атайым: “Һал әле шул ташыңды”, - тип килеп ултырырыр ине. Атеист булһа ла, таштың күрәҙәлегенә ныҡ ышанды. Йәш саҡта миңә лә өйрәткәйне лә ул әсәйем, хәҙер онотҡанмын. Ҡыҙҙарға егете киләме, килмәйме, тип һалып, йыуата инем былай. Ышанып ҡарап ултыра торғайнылар, ысынға сыға ла ҡуя ине. Таш булмағас, борсаҡты ла, һындырылған шырпыларҙы ла ҡулланған саҡ булды.

Ятаҡта йәшәгән апайымдың әхирәттәре бик инәлгәс, ноҡот һалырға ризалаштым. Әлеге лә баяғы, таш юҡ. Тышы шәкәрле мүк еләген таптылар. 41 кәнфитте һанап алып, икенсе килгәнеңдә тағы һалырһың, тип банкаға тығып, һыуытҡысҡа ҡуйҙылар. Бер аҙнанан барғайным, кәнфит һаны етмәй. Беҙ күрәҙәлек ҡылғанда ауылына ҡайтҡан ҡыҙыҡай белмәй ашаған да ҡуйған икән.

 Һәр кемдең киләсәген алдан белгеһе килә. Билдәһеҙлек кешене йонсота, хатта сиргә һабаштырырға ла мөмкин. Ныҡ ауыр хәлгә ҡалған кешене оҫта ноҡотсо йыуата, хәүеф-хәтәрҙән аралай, кәңәштәр бирә.

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең ноҡот һалдырғанығыҙ бармы? Ноҡот һалыу диндә тыйыламы икән? Ул бит күрәҙәселектең бер төрө. Алдағыны Аллаһ ҡына  белә, тиҙәр бит. Аллаһҡа ҡаршы барыу булмаймы? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Фекер алышып алайыҡ әле!

https://static.tildacdn.com/tild3039-3166-4234-b436-363036623937/photo.jpg

 

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: