- Мин бөгөн хәрби әҙерлектең нисек барғанын, күнекмәләрҙе үтәгәнегеҙҙе ҡараным. Был бик һәйбәт яйға һалынған эш. Башҡорт яугирҙәре һәр саҡ ихтирамға лайыҡ булды, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Беҙҙең бурыс - һеҙгә ышаныслы тыл, именлек һәм ғаиләләрегеҙҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү.
Төбәк етәксеһе яугирҙәргә Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләгән бүләкте - хәрби ҡалҡан һүрәте төшөрөлгән талисман таратты. Бынан алдағы аҙнала ошондай уҡ талисмандарҙы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исемендәге батальонға ла биргәйне.
- Башҡортостан - Рәсәйҙең көслө һәм ныҡлы төбәге. Беҙ һеҙҙе кәрәкле бөтә нимә менән тәьмин иттек. Шулай уҡ федераль түләүҙәргә республика ла ярҙам саралары өҫтәне. Һеҙҙең ғаиләләрегеҙ, яҡындарығыҙ менән һәр саҡ бәйләнештәбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Һеҙҙең иңдәрҙә ҙур яуаплылыҡ ята. Иң мөһиме - юғалтыуҙар булмаһын.
Делегация составында Башҡортостандың өс муниципалитеты етәкселәре булды. Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов яугирҙәргә, балалары, туғандары әҙерләгән посылкаларҙы тапшырҙы.
- Салауат ҡалаһынан 13 кеше хеҙмәт итә. Ир-егеттәребеҙ менән аралашыу, уларҙың хәл-әхүәле менән танышыу өсөн килдем. Беҙ уларҙы хөрмәт итәбеҙ һәм бик борсолабыҙ, - тип билдәләне Игорь Миронов.
Шишмә районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ришат Мансуров уларҙан Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальонында - 11 кеше, тағы һигеҙе Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонда хеҙмәт итә, тип һөйләп үтте.
Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов әйтеүенсә, бында булған ир-егеттәрҙең туғандары менән даими рәүештә аралашып торалар. Яугирҙәрҙең үҙҙәренә лә гел ярҙам итеп торорға кәрәк, - тине ул.
Сығанаҡ: "Башинформ" агентлығы.
Фото: "Башинформ" (Олег Яровиков).