Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Август 2022, 22:45

Донбасс балалары йыһандағы космонавт менән аралашҡан

Әңгәмә ете минут дауам иткән. Балалар бик ҡыҙыҡлы һорауҙар биргән. 

Донбасс балалары йыһандағы космонавт менән аралашҡан
Донбасс балалары йыһандағы космонавт менән аралашҡан

Бөгөн, 10 августа, Өфөлә Донбастан килгән балалар өсөн Халыҡ-ара йыһан станцияһы менән радиобәйләнеш сеансы ойошторолдо.

ДНР һәм ЛНР республикаларынан 100-гә яҡын бала Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡарамағындағы "Университет мәктәбе" тәрбиә биреү сменаһында ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға саҡырылды. Уҡыусылар Рәсәй Геройы Олег Германович Артемьевҡа һорауҙар биреү мөмкинлегенә эйә булды.

Радиоэлемтә сеансы Өфө авиация университетының телекоммуникациялар кафедраһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған.
Кафедра мөдире вазифаһын башҡарыусы Айҙар Сәлихов әйтеүенсә, килешеү процесы бер ай элек башланған, сөнки күп нәмә космонавтарҙың Халыҡ-ара йыһан станцияһында булыу программаһына, ҡорамалдарҙы көйләүгә бәйле һәм башҡа мөһим факторҙарҙы иҫәпкә алып башҡарыла.
"Был бик ҡатмарлы, сөнки барыһы ла секундлы синхронизация программаһына бәйле. Халыҡ-ара йыһан станцияһына сигналды тапшырыу ҡулдан булдырыла, шуға күп нәмә ойоштороусыларҙың эшенән тора. Ҡайҙа туҡтарға, ҡайҙа борорға - барыһын да һиҙемләргә кәрәк. Был эш билдәле белем һәм тәжрибә талап итә. Балаларға ҙур бәхет йылмайҙы, тип иҫәпләйем, бәйләнеш урынлаштырылды һәм Рәсәй экипажының иң тәжрибәле космонавты Олег Артемьев менән һөйләшеп булды, - тигән ул "Башинформ" хәбәрсеһенә.
Космонавт менән әңгәмә ете минут дауам иткән.
Осоу ваҡытында ниндәй хистәр кисергәне тураһында һорауға "Был ысын бәхет, ғүмерем буйына быға ынтылдым был минең бурысым ғына түгел, ә хыялым", - тигән космонавт.
Дмитровканан Иван исемле малай космонавтан тәмле ризыҡ ашау теләге булһа, нимә эшләйһегеҙ, берәй ҡайҙан алырға мөмкинме, тигән ҡыҙыҡлы һорау биргән.
"Мөмкин, - тип үҫмерҙең ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндергән Олег Германович. - Беҙҙең ҡатындарыбыҙҙың 5 килограмға тиклем әйбер ебәреү мөмкинлеге бар. Берәй нәмә кәрәк булһа, беҙ ергә шылтыратабыҙ һәм посылканы ебәреүҙәрен һорайбыҙ".

Сығанаҡ һәм фото: "Башинформ" агентлығы. 

Донбасс балалары йыһандағы космонавт менән аралашҡан
Донбасс балалары йыһандағы космонавт менән аралашҡан
Донбасс балалары йыһандағы космонавт менән аралашҡан
Донбасс балалары йыһандағы космонавт менән аралашҡан
Донбасс балалары йыһандағы космонавт менән аралашҡан
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: