Общие статьи
16 Август 2022, 10:15

Гөлнара Ашированан - ҡыҙыл эремсек

Бөгөн дуҫтарыбыҙға Гөлнара ханымдан ҡыҙыл эремсек яһау серен тәҡдим итәбеҙ

Гөлнара Ашированан - ҡыҙыл эремсекГөлнара Ашированан - ҡыҙыл эремсек
Гөлнара Ашированан - ҡыҙыл эремсек

Уңған кешеләргә бай ул беҙҙең республика. Уларҙың һәр береһе тыныс ҡына үҙ тәңгәлендә тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә, матур, өлгөлө эштәре менән башҡаларға үрнәк булып тора.

Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында йәшәгән Гөлнара һәм Әхмәт Ашировтар ғаиләһе лә бар яҡтан да һоҡланыу ғына уята. Йәштәр бер-береһен табышып, ҡауышҡас, дәртләнеп донъя ҡорған, өс балаға - ике ҡыҙға һәм бер малайға ғүмер бүләк иткән. Эшһөйәрлек, тырышлыҡ - уларға үҙ ата-әсәләренән күскән изге аманат кеүек. Шундай ыңғай сифаттарҙы улар үҙҙәренең балаларында ла тәрбиәләй, улар ҙа бәләкәйҙән ауыл тормошоноң нескәлектәрен белеп, өйрәнеп, ололарға барлыҡ эштәрҙә ярҙамлашып буй еткерә. Ауылда тормош ауыр тип зарланмай, ишек алдын гөл-баҡса итеп, матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙырып, һәр эште байрамға әйләндереп йәшәй был һоҡланғыс ғаилә. Бергәләшеп тотонғанда, мал үрсетеү, баҡса үҫтереү кеүек эштәрҙең бер ҡыйынлығы юҡ, ти өлкән Ашировтар бер тауыштан тигәндәй.

Тапҡанды эшкәртеп, аш итеп өҫтәлгә ҡуйыу ҙа түҙемлек, таһыллыҡ һәм оҫталыҡ талап итә. Был да татыу, берҙәм ғаилә өсөн күңелле мәшәҡәт кенә. Бөгөн дуҫтарыбыҙға Гөлнара ханымдан ҡыҙыл эремсек яһау серен тәҡдим итәбеҙ.

"Беҙҙең өйҙә был ризыҡты бик яраталар, шуға йыш яһарға тура килә. Сәй табынына ҡуйһаң да, күстәнәскә биреп ебәрһәң дә - бына тигән файҙалы һәм тәмле тәғәм ул.

Иң беренсе айыртылған һөттө ойотаһың, ул икенсе йә өсөнсө көнөнә сөсө ҡатыҡҡа әйләнә. Икенсе аҙым - яңы һауылған ҡуйы ғына һөттө ҡаҙанда ҡайнатып сығараһың да өҫтөнә әҙер ҡатыҡты ауҙараһың. Һөт эрей, шуға әҙерәк сода һибәһең - йомшаҡ була. Шунан инде ҡыҙарғансы ҡайнатаһың. Һуңғы аҙым - әҙер эремсекте ныҡ ҡына һарҡытаһың йә һөҙәһең (һыуы ҡалмаҫлыҡ итеп). Иң һуңынан шәкәр, май һалып баҫаһың да йоморсаҡтар яһайһың. Аш-һыуығыҙ тәмле булһын!"

Светлана Аширова видеоһы һәм фотоһы.

Гөлнара Ашированан - ҡыҙыл эремсек
Гөлнара Ашированан - ҡыҙыл эремсек
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас