Общие статьи
21 Август 2022, 05:00

Водород перекисының көнкүрештә ҡулланылышы

Күп осраҡта ул алмаштырғыһыҙ ярҙамсы

Водород перекисының көнкүрештә ҡулланылышыВодород перекисының көнкүрештә ҡулланылышы
Водород перекисының көнкүрештә ҡулланылышы

Водород перекисы - органик булмаған химик ҡушылма, фармацевтикала, медицинала ғына түгел, көнкүрештә лә киң файҙаланыла. Бигерәк тә ул микробтарҙан, төрлө еҫтәрҙән ҡотолоу, шәхси гигиена өсөн ныҡ ярап ҡала. Түбәндә - бер нисә миҫал.

1. Йәшелсә-емеш йыуғанда 700 мл һыуға 60 мл перекись һалып бер аҙ тотҡанда уларҙың өҫкө ҡатламындағы пестициды йыуылып төшә.

2. 3,5 л һыуға 0,5 л перекись ҡушып һауаға һиптергәндә ян-яҡтағы микробтар юҡҡа сыға.

3. Бер балғалаҡ перекисты ике балғалаҡ һыу менән ҡатыштырып ауыҙҙы сайҡатырға була - был ысул ауыҙ ҡыуышлығындағы микробтарҙы ла үлтерә, тештәрҙе лә бер ни тиклем ағарта. Теш һыҙлағанда уны кокос майы менән ҡатнаштырып сайҡатығыҙ. Щеткаларын микробтарҙан арындырыр өсөн дә перекись менән таҙартығыҙ.

4. Бысраҡ эштән һуң тырнаҡтарҙы ла водород перекисы ярҙамында ағартырға була. Ҡулдарҙы дизенфикациялау өсөн дә яҡшы сара ул. Тырнаҡтағы бәшмәккә һыу менән тигеҙ күләмдә һөртөп, уңышлы дауаланырға була.

5. Ул сәсте ағартыу сараһы булараҡ та билдәле. Мелировка кәрәкһә, еүеш сәс шәлкемдәренә һиптерәләр.

6.Тирене шлактарҙан таҙартыу өсөн 35%-лы 250 миллилитр перекисты ваннаға һалып ятырға, аҙағынан таҙа һыу менән сайынырға. Табан ҡатҡанда шулай уҡ һыу менән ҡатнаштырып проблемалы урынға һөртөргә.

7. Перекись ярҙамында кейемдәге таптарҙан тиҙ генә арынырға була. Бының өсөн уны туҡымаға һеңдереп бер минутҡа ҡалдырырға һәм һыуыҡ һыу менән йыуырға ғына кәрәк. Кейемде ағартырға кәрәкһә - әҙерәк һыу ҡушылған 220 мл перекисты һалып 30 минут ебетергә, аҙаҡ ғәҙәттәгесә йыуырға. Аҡ һеркә менән ҡатнашмаһы кейем-һалымды (алдан һалып торорға) насар еҫтән дә арындыра.

8. Һауыт-һабаны йыуырға (сода менән паста яһап көйөктө лә бөтөрөп була), аквариумды таҙартырға, саң һөрткәндә файҙаланырға мөмкин.

9. Үҫемлектәрҙең тамырын нығытыу өсөн 1(перекись):32(һыу) күләмендә алып һиптерергә.

Фото:vosadu-li-vogorode.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас