Хөкүмәт ағас йорт тупланмалары етештереүселәргә бындай ағас йорт тупланмаларын һатып алыуға кешеләргә ташлама биреү менән бәйле килемдәрҙе ҡаплау өсөн субсидиялар биреүҙе раҫланы.
Ағас йорт тупланмаһы - йорт төҙөү өсөн нигеҙ материалдарынан башҡа, завод ысулы менән етештерелгән деталдәр һәм материалдар йыйылмаһы. Әммә төп төҙөлөш ҡоролмалары ағастан ғына булырға тейеш.
Субсидия биреү тураһындағы килешеү тупланмаһы етештереүселәр менән һайлап алыу конкурсы буйынса төҙөлә. Һайлап алыу Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министралығы тарафынан йылына дүрт тапҡыр уҙғарыласаҡ.
Субсидия түбәндәге шарттарҙы үтәүселәргә генә бирелә:
- ағас тупланманы һатыу-алыуҙы бойомға ашырыу тураһындағы килешеүҙең йылдың 1 ғинуарынан һуңыраҡ төҙөлгән осраҡта,
- һатыу тураһындағы килешеү субсидия алған йылдың 10 сентябренән дә һуңға ҡалмайса төҙөлөргә тейеш,
- ағас торлаҡҡа хаҡ 3,5 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш,
- субсидияланған ташлама күләме йорт тупланмаһының 10 проценттан артығын тәшкил итә алмай,
- ағас өй тупланмалары етештереүсе тураһындағы белешмәләр сәнәғәттең дәүләт мәғлүмәт системаһында урынлаштырылған булырға тейеш,
- йорт тупланмаһы хаҡына транспорт сығымдары һәм төҙөлөш эштәре инмәй.
Әйткәндәй, яңы программаны финанслау өсөн йыл һайын 300 миллион һум бүленәсәк.