Колледждың өҫтәмә бинаһында элек 44-се профессиональ училище булған. "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы асыҡлауынса, яңы корпуста янғын хәүефһеҙлеге һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һаҡлау буйынса белгестәр әҙерләнәсәк.
Бында капиталь ремонт эшләнгән - был проект профессиональ белем биреү ойошмаларын яңыртыу буйынса республика программаһы буйынса ғәмәлгә ашырылған.
2022 йылда был программа һөнәри белем биреү, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылына арналған саралар планында төп урынды биләне. Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткәйне.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостан - урта һөнәри белем биреү учреждениелары һаны буйынса илдә лидерҙарҙың береһе. Төбәктә 96 колледж эшләй.
- Колледждарҙың матди-техник базаһын модернизациялау, ҡорамалдар кәрәк. Сөнки сығарылыш уҡыусылары, предприятиеларға килгәс, заманса станоктарҙа эшләй белергә тейеш. Бынан тыш, дөйөм ятаҡтарҙа студенттарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға лә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Быйыл мебель етештереүҙе яңырта башланыҡ, әммә күп ятаҡты капиталь ремонтларға кәрәк ", - тине Радий Хәбиров.
Йыл саралары программаһында бик күп проекттар һәм программалар булды, уларҙың береһенә Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы инде. Ошоноң арҡаһында бинаны яңыртыу республика бюджетынан 56 миллион һум йүнәлтелгән. Был аҡсаға фасад, инеү урыны ремонтланған, тәҙрәләр, ҡыйыҡ, йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү системалары яңыртылған. Бынан тыш, студенттар ҡарамағында хәҙер уңайлы спорт һәм тантаналар залы, ашхана. Алдағы өс йылда корпустың матди-техник базаһын йыһазландырыу дауам итәсәк.
Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, колледж яңыртыу эше туҡтап ҡалмаясаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.