"Был юлы минең кабинетта ҙур компаниялар етәкселәре һәм дәүләт хеҙмәте белгестәре түгел. Ябай өфөләр тип тә әйтә алмайым мин уларҙы. Һирәк осрай торған сифаттарға эйә был кешеләр. “Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ” ойошмаһы кешеләре беҙҙең яугирҙәргә бушлай кәрәкле әйберҙәр тегә.
Бөтә республика буйынса йөҙҙән ашыу тегенсе йоҡо тоҡтары, эске йылы кейемдәр, балаклава һәм башҡа кәрәк-яраҡ тегә, шапка-бейәләй бәйләй. Бөтәһе 20-нән ашыу атама бар.
Был ирекмәндәр хәрәкәтендә бер ниндәй ҙә аҡса ағымы юҡ. Уларға хәйриә ойошмалары, айырым кешеләр һәм предприятиелар туҡыма менән ярҙам итә. Битараф булмаған яҡташтарыбыҙ заказсыларға кейем-һалымды алып барып уҡ тапшыра (оҙайлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәргә, командирҙар частары, халыҡ фронты, эҙәрмән отрядтарына).
Ҡыҙҙар-тегенселәр үҙҙәренең ҡорамалдары менән файҙалана. Был механизм аныҡ һәм көйлө эшләй, башҡа предприятиеларға уларҙан өлгө алырға кәрәк!
Ә миңә улар заказдар күбәйеү, техниканың ҡайһы ваҡыт боҙолоп ултырыу сәбәпле килделәр. Улар менән бергә туҡымалар, ҡорамалдар менән тәьмин итеү мөмкинлектәрен тикшерҙек. Эре предприятиелар менән һөйләшеп, был мәсьәләне тиҙ арала хәл итеп ҡуйырбыҙ тип уйлайым.
Бындай осрашыуҙарҙан һуң, кешеләргә ышаныс тағы ла нығыраҡ арта. Игелекле кешеләр менән һөйләшеүҙән күңел рәхәтлек тойғоһо кисерә! Хәрбиҙәргә бергәләп ярҙам итәсәкбеҙ!"
Фотолар: Александр Шельдяев сәхифәһенән алынды.