Көн тәртибендә - төбәктә автозаправкалау станциялары (яғыулыҡ ҡойоу станциялары) фирма селтәрен артабан үҫтереү һәм юл буйы сервисы хеҙмәттәре ассортиментын киңәйтеү мәсьәләләре.
Республика Башлығы компанияның Башҡортостан биләмәһендә һөҙөмтәле эшләүен билдәләне.
- Беҙ партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡлайбыҙ, инвестиция башланғыстарына һәм социаль проекттарға ярҙам итергә тырышабыҙ , - тине Радий Хәбиров. - Ә һеҙҙең уңышлы эшләүегеҙ республика халҡы һәм ҡунаҡтарына уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирә.
Компанияның генераль директоры Айҙар Әбүзәров 2022 йылға эш йомғаҡтары һәм яғыулыҡ ҡойоу станциялары селтәрен, шул иҫәптән федераль трассаларҙа эшләү пландары тураһында һөйләне.
- 2023-2025 йылдарҙа беҙ М-7 "Волга" автомобиль юлында яңы заправка станцияларын төҙөргә ниәтләйбеҙ. Ул Шәрип ауылы тирәһе һәм Үрге Йәркәй ауылы аша үтәсәк. Ошо автозаправкалау станцияларында автоһәүәҫкәрҙәр өсөн тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең киң ассортименты тәҡдим ителәсәк, - тип хәбәр итте Айҙар Әбүзәров. - Бынан тыш, М-5 "Урал" трассаһында яңы АЗС төҙөү планлаштырыла.
Белешмә:
"Лукойл-Уралнефтепродукт" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте - "ЛУКОЙЛ" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иң эре төбәк-ара көнкүреш операторҙарының береһе. Компания Башҡортостанда, Татарстанда, Удмуртияла, Ырымбур, Һамар, Төмән, Силәбе, Ҡурған, Свердловск, Киров һәм Ульяновск өлкәләрендә, Ханты-Манси автономиялы округы, Ямал-Ненец автономиялы округы һәм Пермь крайында яғыулыҡ, май һәм башҡа тауарҙар һата. Предприятие составына 600-ҙән ашыу автозаправка комплексы һәм 11 нефть базаһы инә.
Башҡортостан территорияһында 54 "ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт" яғыулыҡ ҡойоу станцияһы эшләй. 2021-2022 йылдарҙа компанияның заправкалау станциялары төҙөлөшөнә һәм модернизациялауға инвестициялар күләме 429 миллион һум тәшкил итте.
Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайтынан.