Үҙәк юл хәрәкәте параметрҙары тураһында мәғлүмәттәр йыйыу, эшкәртеү кеүек бурыстарҙы башҡара.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге үҙәге базаһында Интеллектуаль транспорт системаһы формалаштырыла, уның элементтары Өфө агломерацияһы биләмәһендә индерелгән дә инде.
Төбәк Башлығы фото- һәм видеотеркәү һәм алдан эшкәртеү кабинеттарын ҡараны.
Үҙәк етәксеһе Мансаф Низакаев һөйләүенсә, ҡышҡы миҙгелдә хеҙмәткәрҙәр федераль һәм төбәк трассаларында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу буйынса 20 меңгә яҡын протокол эшкәртә. Йәйге осорҙа был һан 50 меңгә етә. Артабан улар ЮХХДИ-ға ҡарар сығарыу өсөн килә.
- Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр яңы бинала, уңайлы шарттарҙа эшләй. Быйыл беҙ тиҙлек режимын боҙоуҙарҙы автоматик рәүештә билдәләгән яңы программа һатып алдыҡ. Ә үҙәк хеҙмәткәрҙәре камераларҙың объективына ингән башҡа төрлө ҡағиҙә боҙоуҙарҙы тикшерә. Улар хәрәкәт иткәндә телефон аша һөйләшеү, ҡаршы һыҙатҡа сығыу һәм башҡалар, - тип һөйләне Мансаф Низакаев.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн даими рәүештә билдә һалыу зарур, ә трасса һәр ваҡыт яҡшы, сифатлы булырға тейеш, тип билдәләне республика Башлығы.
Тағы ла интеллектуаль системаны үҫтереүҙең киләһе этабында Мәскәүҙәге һымаҡ кешеләрҙе танып-белеү комплексын индерергә кәрәк, тип өҫтәне Радий Хәбиров. Башҡортостан буйынса эске эштәр министры вазифаһын башҡарыусы Артур Сәйфуллин Рәсәйҙең баш ҡалаһында ошо система ярҙамында бихисап енәйәттәр асыҡланғанын билдәләне.
Республика буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов әйтеүенсә, былтыр юл камералары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән, уларға ярашлы штрафтар билдәләнгән.
Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йыйылған аҡсаның бер өлөшөн юл билдәләре һәм башҡа кәрәкле элементтарҙы һатып алыуға йүнәлтергә ҡушты.
Төбәк Башлығы Өфө агломерацияһының интеллектуаль транспорт системаһының эше менән ентекле танышты. Был инновация "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә индерелә.
Мансаф Низакаев 2024 йылда яңы система тулыһынса сафҡа индереләсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Өфөлә төп киҫелештә 50 интеллектуаль светофор ҡуйылған, быйыл уларҙың һаны тағы 51-гә артасаҡ. Улар трафик тығыҙлығын, хәрәкәт тиҙлеген һәм сигналдарҙы күсереп яҙыу алгоритмдарын үҙаллы билдәләй. Ул урамдарҙа хәрәкәт ағымын арттыра, ҙур тығындарҙың булдырмауҙы хәл итә. Интеллектуаль система шулай уҡ автобустар, троллейбустар һәм трамвайҙар хәрәкәтен күрергә мөмкинлек бирә.
Милли проект сиктәрендә республика шундай уҡ системаны Стәрлетамаҡта ла булдырыуға ғариза ебәрҙе.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ҡабул иткән саралар йыйылмаһы республика юлдарында тәртип булдырырға, ҙур ҡалаларҙа юл хәрәкәтен яҡшыртырға, тығындарҙы кәметергә, йәмәғәт транспорты хәрәкәтен көйләргә мөмкинлек бирер тип ышанам, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. - Тап ошо өлкәлә күп мөрәжәғәттәр һәм ялыуҙар килә.
Үҙәктең эше менән танышҡандан һуң Башҡортостан Башлығы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Төбәк етәксеһе хеҙмәт коллективына һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Юлдарҙа үлем осраҡтарын кәметеүгә өлгәштек. Һәр бер юл-транспорт ваҡиғаһы, һәр һәләкәт - ғаиләләр өсөн фажиғә, - тине Радий Хәбиров. - 2022 йыл йомғаҡтары буйынса юлдарҙа үлем осраҡтары 15 процентҡа кәмегән. Бының өсөн бөтә структураларҙың, муниципалитеттарҙың һәм, әлбиттә, һеҙҙең хеҙмәт структураларының ҙур хеҙмәте тора.
Намыҫлы хеҙмәт һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Радий Хәбиров ЮХХДИ идаралығы коллективына Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.