+21 °С
Болотло


Оператив-эҙләү саралары барышында полицейскийҙар ике ғәйепләнеүсене ҡулға алған. Улар - Ғафури һәм Әлшәй райондарынан 18 йәшлек егеттәр. Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, улар оло йәштәге кешеләргә шылтыратып, уларҙың туғандары юл-транспорт һәләкәтендә ғәйепле, ниндәйҙер сумма аҡса түләнһә, ярҙам итә аласаҡтары тураһында белдергәндәр. Шул юл менән мутлашыусылар пенсионерҙарҙы ике миллион һумға алдаған.
Фото:sportishka.com