Общие статьи
27 Февраль 2023, 12:30

Башҡортостанда – "Нюрнберг" фильмы

Республика кинотеатрҙарында Нюрнберг процесы тураһында фильм күрһәтелә. Кино 2 мартта бөтә Рәсәй буйынса прокатҡа сыға

Башҡортостанда – "Нюрнберг" фильмыБашҡортостанда – "Нюрнберг" фильмы
Башҡортостанда – "Нюрнберг" фильмы

 “Нюрнберг” –  фашистар өҫтөнән халыҡ-ара хәрби трибунал тураһында беренсе нәфис фильм. Сюжет тамашасыларҙы 1945 йылға, Халыҡ-ара хәрби трибунал эше барған Нюрнбергҡа илтә. Ҡалаға донъянан төрлө кешеләр – журналистар, адвокаттар, тәржемәселәр, суд процесында ҡатнашыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр тулған.

Фильмдың төп геройы – йәш тәржемәсе Игорь Волгин. Ул совет делегацияһы төркөмөндә эшләй. Бында Игорь рус ҡыҙы Ленаға ғашиҡ була. Йәштәрҙең мөхәббәтенә күп һынауҙар аша үтеү яҙа.

Ролдәрҙе талантлы сағыу актерҙар башҡара – Сергей Безруков, Любовь Аксенова, Евгений Миронов, Игорь Петренко һәм башҡалар.

Мәғлүмәт, фото: mgazeta.com

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас