– “Авангард” предприятиеһы – уникаль завод. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында 15,8 миллион махсус заряд етештерелә. Был зарядтар Еңеүҙе яҡынайтыуҙа баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә! – тип билдәләп китте Андрей Назаров. – Шулай ҙа, оборонаны нығытҡан завод өсөн һынаулы йылдар ҙа булманы түгел, ул тулыһынса эшләмәне, завод утилләштереү йүнәлешендә генә продукция сығарҙы. Әммә, ниһайәт, предприятие яңы һулыш кисерә, нефть, газ һәм башҡа скважиналар өсөн шартлатҡыстарҙан тыш дәүләт оборона заказы өҫтөндә эшләй, – тип тә өҫтәп китте етәксе.
Андрей Геннадьевич һүҙҙәренсә, завод республика, илдең Оборона министрлығы, Ростех етәкселегенең иғтибары үҙәгендә, сөнки предприятиеға тиҙ арала аяҡҡа баҫып китергә, оборона өсөн тейешле кимәлдә продукция етештерергә кәрәк.
– 2022 йылда Рәсәй Оборона министрлығы ихтыяжы өсөн эшләгән производстволар Башҡортостанда дүрт тапҡырға артты һәм 56 предприятие булды. Оборона заказы 1,6 тапҡыр үҫте, – тип һүҙен дауам итте Премьер-министр. – Былтыр сентябрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан ошондай уҡ кәңәшмә үткәйне инде, кәңәшмә һөҙөмтәһе протокол төҙөлдө һәм шул күрһәтмәләрҙең ун бере үтәлде лә инде. 2023 йыл башынан завод хеҙмәткәрҙеренең һаны 10 процентҡа артты, ай һайын бында 70-ләгән кеше эшсе һөнәрҙәр буйынса эшкә алына, оборона заказын үтәү буйынса ҙур бурыстар ҡуйылған.
Был көндө Андрей Назаров махсус күргәҙмәлә дәүләт оборона заказы буйынса сығарылған продукция сығарыу линияһы, Оборона министрлығы өсөн минанан таҙартыуҙа ҡулланылған зарядтар производствоһы эше менән танышты.
“Авангард” федераль предприятиеһы генераль директоры Станислав Шевчук һөйләп үтеүенсә, оборона заказы ваҡытында һәм тейешле кимәлдә үтәү өсөн 2030 йылға тиклем эш стратегияһы төҙөлгән. Рәсәй Хөкүмәте ярҙамында предприятие сығымдарға субсидия юллаған һәм ошо аҡсаға яңы производстволар төҙөлә, иҫкеләре реконструкция үтә, биналар ремонтлана. 2025 йылға ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса яңырыу процесы тамамланырға тейеш.
Әлбиттә, оборона тиклем оборона өсөн продукция етештергән заводтың әһәмиәте республика өсөн генә түгел, ил кимәлендә мөһим. Әммә ниндәй генә технологиялар булмаһын, хеҙмәттең төп факторы – Кеше! Был көндө Андрей Назаров предприятиеның алдынғы эшселәренә төрлө наградалар ҙа тапшырып үтте. Мәҫәлән, махсус изделиелар етештереү буйынса токарь Марат Ғөбәйҙуллин Хеҙмәт ҡаһарманлығы миҙалы менән бүләкләнһә, предприятие генераль директорының иҡтисад һәм финанстар буйынса урынбаҫары Светлана Шабулдаева “Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы” исеменә лайыҡ булды, ә махсус изделиелар төргәкләүсе Людмила Клименко һәм цех мастеры Елена Новиковаға Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы тапшырылды.
Донъя ҡуласа тиҙәр... Ҡасандыр Еңеү килтергән завод төрлө йылдарҙа төрлө һынау кисерә һәм бына ул йәнә илебеҙ оборонаһы өсөн әһәмиәткә эйә исемен ҡайтарҙы, йәнә, бынан 80 йыл элек кеүек, предприятие илебеҙгә Еңеү килтерһен! Бының өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырыла!