Уның йүнәлеше - фән ҡаҙаныштарын эшкәртеү һәм сығарыу. Йәш ғалимдар УУНиТ авиация һәм транспорт сәнәғәтендә ҡулланылған заманса электр техник комплекстарын проектлау, яһау, һынау менән шөғөлләнә.
Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры һәм республика Башлығы студенттарҙың конструкторҙар бюроһын, электр машиналары, автоматика һәм һынау үҙәге өсөн автоматика ҡулайламаларының перспективалы асыштары менән танышты.
Миҫал итеп Өфө ғалимдары универсаль модулле һәм микро-БПЛА прототиптарын күрһәтте. Моделдәр һынауҙар үтте һәм сериялы сығарыуға әҙер.
Өфө фән һәм технологиялар университетының тағы ла бер мөһим асышы - электр двигателе менән бәләкәй магистраль самолет. Батареяның осошо 40 минутҡа етә икән.
- Дөйөм алғанда, проект бик перспективалы. Хәҙер тәжрибәне бөтә университетҡа лә таратабыҙ. Йылдам үҫеш өсөн беҙҙә бөтә нәмә бар, - тине "Киләсәк моторҙары" инженерҙар мәктәбе директоры Вячеслав Вавилов.
"Киләсәк моторҙары" мәктәбенең үҙенсәлеге - һуңғы продукцияны сығарыуға йүнәлеш һәм индустриаль партнерҙар менән тығыҙ бәйләнеш.