Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Апрель 2023, 21:40

Һәммәбеҙ ошолай ҡайырып тешләп икмәк ашай алһын өсөн...

Механизаторҙар көн-төн тир түгә.

Һәммәбеҙ ошолай ҡайырып тешләп икмәк ашай алһын өсөн...
Һәммәбеҙ ошолай ҡайырып тешләп икмәк ашай алһын өсөн...

Яҙғы бер көн йылды туйҙыра тигән мәҡәлдең иң актуаль осоро етте. Игенселәр бөгөн  һәр көндөң сәғәтен-минутын файҙаланырға тырыша.

Салауат исемендәге хужалыҡтың баш агрономы Рәмил Йосоповты Нордовка ауылы яғына барған баҫыуҙа тап иттек. “Яҙ быйыл иртә килде, баҫыуҙарҙы дымға ҡаплатып, тырматып өлгөрҙөк. Сенажға бер йыллыҡ үлән, борсаҡ сәсә башланыҡ, ҡуҙаҡлылар 143 гектарҙа, арпа 400 гектарҙан ашыу сәселгән. План буйынса ул 700 гектар майҙанды биләйәсәк. Бөртөклөләрҙән һуң көнбағыш, кукуруз, шәкәр сөгөлдөрө кеүек техник культураларға сират етә. Татлы тамыр баҫыуы майҙанын 420 гектарҙан 600 гектарға арттырҙыҡ”, - ти сәсеү тәрәнлеген тикшереп йөрөгән белгес. Кукуруз, татлы тамыр, картуф сәсергә иртәрәк, тупраҡ йылынып бөтмәгән.

Көн үҙәгендә хужалыҡ ашнаҡсылары бешергән ризыҡты эҫе килеш кенә Юлис Иманғолов “Газель” автобусында яландағы механизаторҙар янына килтереп еткерҙе. Көн оҙоно техникала ялан иңләгән ир-егеттәр тамаҡ ялғаған арала, әңгәмәләшергә лә форсат тейҙе.

Тракторсыларҙың барыһы ла тәжрибәле, эш стажы байтаҡ. Марат Буранбаев та 30 йылдан ашыу хужалыҡта водитель булып эшләй. Ҡышын Өфө, Мәләүез, Салауат ҡалаларынан минераль ашлама, орлоҡ ташыған. Азамат Йәрмөхәмәтов, Фидан Әлимбаев та кәрәк икән тракторға ултыра, кәрәк икән комбайнды “эйәрләй”. Тәжрибәле механизатор Фәнис Рәмиев бар уңайлыҡтары булған заманса “Джон-Дир” сәсеүлек комплексында эшләй.

Дөйөм алғанда, салауаттарҙың эш кәйефе һәйбәт, тик һауа торошо ғына ҡамасауламаһын.

Һәммәбеҙ ошолай ҡайырып тешләп икмәк ашай алһын өсөн...
Һәммәбеҙ ошолай ҡайырып тешләп икмәк ашай алһын өсөн...
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: