Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Май 2023, 09:00

Сүп-сарыңды... белеп ташла

Ҡый һауытын ҡайҙа ҡуйырға ярай-ярамай икәнен дә белергә кәрәк.

Сүп-сарыңды... белеп ташла
Сүп-сарыңды... белеп ташла

Яңыраҡ бер ҡыҙыҡ мәғлүмәткә тап булдым: Көнсығыш илдәренең ҡайһы берҙәрендә сүп-сар биҙрәһен һыу сығанаҡтары янында тотоу (әйтәйек, раковина аҫтында) аҡылһыҙлыҡ тип һанала икән. Был... бөлгөнлөккә төшөүгә тура юл тип ҡабул ителә.

Һыуҙың йәшәү сығанағы икәнен берәүгә лә аңлатып тороу кәрәкмәй. Шуға ла һыу – ул муллыҡ билдәһе лә. Көнсығышта, уның менән бергә ғаиләгә етешлек, һаулыҡ, һиллек килә, ә ошо ҡәҙәре байлыҡ алып килгән һыуҙы сүп-сар менән ҡаршылап, юлын ҡыйып тороу – наҙанлыҡтың үҙе, тип һанала.

Әлбиттә, быны ҡайһы берҙәрегеҙ хөрәфәт тә тиер. Шулай ҙа боронғонан килгән ғәҙәт, йола тиһәк тә булалыр, юҡтан бар булмағандыр. Ә кем белә, ҡулығыҙҙа аҡса тормау сере, бәлки, ысынлап та, тәү ҡарашҡа көлкө тойолған ошо күҙәтеүгә бәйлелер?..

Сүп-сарыңды... белеп ташла
Сүп-сарыңды... белеп ташла
Сүп-сарыңды... белеп ташла
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: