Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Декабрь 2023, 17:30

Максим Забелин Яңы йыл менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә республика халҡына Яңы йыл ҡотлауын еткерҙе.

Максим Забелин Яңы йыл менән ҡотланы
Максим Забелин Яңы йыл менән ҡотланы

“Ҡәҙерле дуҫтар!

Үтеп барған йыл һынауҙарға, ҡаршылыҡтарға бай булды. Бергәләп, ҡыйыу һәм лайыҡлы итеп байтаҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтыҡ. Бер-берегеҙгә ярҙам итеп, булышлыҡ ҡылып, һеҙ берҙәмлек һәм теләктәшлек күрһәттегеҙ.

Яңы йыл – яңы өмөттәр, яңы мөмкинлектәр ваҡыты. 2024 йыл күп ҡыуаныслы мәлдәр килтерһен, һәр көнөгөҙ яҡшы тәьҫораттарға, матур ваҡиғаларға сорналһын.

Һәр ҡайһығыҙға ныҡлы сәләмәтлек һәм яҡын кешеләрегеҙ эргәһендә күп бәхетле мәлдәр теләйем!

Яңы йыл менән, ҡәҙерле башҡортостандар!” – тип яҙҙы ул.

Сығанаҡ: https://vk.com/zabelinm

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: