Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Декабрь 2023, 09:00

Йәшел ағас аждаһа йылы килә

Ҡытайҙар, ул ҡот-бәрәкәт алып килә, тип ышана. Ә һеҙ йондоҙнамәгә ышанаһығыҙмы?

Йәшел ағас аждаһа йылы килә
Йәшел ағас аждаһа йылы килә

Көнсығыш йондоҙнамәһе буйынса етеп килгән яңы йылыбыҙҙың символы –  Йәшел ағас аждаһа. Көнсығышта һәр талисман хайуанға ниндәйҙер төҫ һәм биш элементтың – алтын, ер, ағас, һыу һәм уттың береһен бирәләр. Килгәнендә йылдың хужаһы ошо элементтарҙың береһенең көсөн алып килә, тип иҫәпләнә. Шуға ла символдың һәр билдәһе лә тап килгән осраҡ 60 йылға бер генә була икән, әйтәйек, әлеге үҙе йәшел, үҙе ағас Аждаһа аҙаҡҡы тапҡыр 1964 йылда “килгән”, ә артабан теүәл 60 йылдан һуң ғына, йәғни 2084 йылда, ҡабатлана.

Ҡытайҙар тағы Аждаһаға ел һәм ямғыр көсө буйһона, тип иҫәпләй, йәғни, был мифик зат һауа торошона йоғонто яһай, һәйбәт уңыш үҫтерергә ярҙам ҡыла, ҡеүәтле ҡот энергияһына эйә. Ул үҙе менән бәрәкәт, эштә уңыш алып килергә һәләтле. 2024 йыл айырыуса яҡшы булырға тейеш тип көтөлә, сөнки ағас – үҙе үк уңыш, үҫеш һәм үрләү, алға барыу билдәһе. Аждаһа ҡыйыуҙарҙы, һәләтлеләрҙе үҙ итә, әммә үтә амбициялы булыуҙы өнәмәй, тип тә иҫкәртә йондоҙнамә белгестәре.

Иллюстрациялар: samotsvet.ru; dom-pchel.ru

Йәшел ағас аждаһа йылы килә
Йәшел ағас аждаһа йылы килә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: