Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Декабрь 2023, 11:00

Йыл хужаһын нисек ҡаршыларға?

Аждаһа, баҡтиһәң, шау-шыулы мөхитте үҙ итә, сөнки үҙе лә – сағыу, ярһыу хисле заттарҙан, тигән фараз йәшәй.

Йыл хужаһын нисек ҡаршыларға?
Йыл хужаһын нисек ҡаршыларға?

Күптәр байрамды ғаилә менән ҡаршыларға ярата. Ә бына Аждаһа, баҡтиһәң, шау-шыулы мөхитте үҙ итә, сөнки үҙе лә – сағыу, ярһыу хисле заттарҙан. Күмәк халыҡ, аллы-гөллө төҫтәр, фейерверк, шау-гөр килеп, ҡайнап торған тирә-яҡ – бына шундайҙы ярата Аждаһа. Йәғни, тын ғына ултырырға, сәғәт 12-не һуҡҡас та ял итергә тип уйлаһағыҙ, йыл хужаһы быны өнәмәй, имеш. Тимәк, туғандар йә дуҫтар менән йыйылырға, күңелле мөхит тыуҙырырға яратҡандар өсөн был Яңы йыл – иң ҡулайлыһы.

Нимә кейеү ҡулай?

Көнсығыш йондоҙнамәһен барлыҡҡа килтергән ҡытайҙар Аждаһаға көмөш менән алтын ялтырауы ныҡ оҡшай, тип ышана. Әмәлгә ҡалғандай, ялт-йолт итеп торған Яңы йыл кейеме, ҡасандыр булған кеүек, тағы ла модаға инеп бара, шуға ла ундай күлдәк кейеп ҡаршылау берәүҙе лә ғәжәпләндермәҫ. Һары йә ҡыҙыл төҫтәге кейем дә бик уңай булыр, ут бөркөп торған Аждаһаның күңеленә был да хуш килер.

Йәшел төҫтәге Аждаһа йылы булғас, шундай күлдәк кейеү ҙә отошло һымаҡ тойола, тик астрологтар был осраҡта ошо йылда тыуған кешеләргә һаҡ булырға кәңәш итә, сөнки йыл хужаһы йәшел кейемле әҙәм заты уның урынына дәғүә итә, тип ҡабул итеп, юлына ҡаршылыҡтар өйөп ҡуйыуы мөмкин.

Әлбиттә, был фараздар ғына, уларҙы ысынға алырғамы-юҡмы икәне – һәр кемдең үҙ ҡарамағында. Кейемдең төҫө, бәлки, мөһим дә түгелдер, иң мөһиме – яҡшы кәйеф!

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: