Социаль селтәрҙәге төркөмөбөҙҙә 8 Март айҡанлы барған конкурсыбыҙҙа ҡатнашҡан Нурия Вәлиева һөнәре буйынса – педиатр, юғары категориялы табип. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы ғүмеренең күп йылдарын кескәйҙәрҙең һаулығын хәстәрләүгә арнаған. Тәүге пациенттары – хәҙер урта йәштәрҙәге кешеләр, күптән атай-әсәй, ҡайһылары олатай-өләсәй ҙә булып өлгөргән. Мөләйем табибәгә улар аҙаҡ үҙ балаларын да йөрөткән.
Нурия апайҙың гәзитебеҙ төркөмөндәге конкурста ҡатнашҡанын күреп ҡалған рәхмәтле ата-әсәләр уның өсөн тауыш биреп, үҙҙәренең хөрмәтен белдерергә ашыҡҡан, шылтыратып, уға уңыштар теләгән. "Был нисектер көтөлмәгәнсә булды, шул уҡ ваҡытта күңелемә рәхәтлек тойғоһо бирҙе. Тимәк, бәләкәстәремә биргән йылылығым бушҡа булмаған", – ти Нурия Урал ҡыҙы. Үҙенең элекке пациенттарын ул шулай "бәпестәрем", "бәләкәстәрем" тип кенә атай. "Шул тиклем һағынам үҙҙәрен", – ти. Һәр береһен иҫләй, "мин эшләй башлаған йылда донъяға ауаз һалған кескәйҙәремә инде хәҙер 32 йәш", – тип йылмая.
Ғаиләһенә килгәндә, ғүмер юлдашы Риф Миңлеғариф улы менән 31 йыл татыу ғүмер кисерәләр, Артур менән Рушана исемле ике балаға ғүмер биргәндәр. Икеһе лә юғары белемгә эйә булып, үҙ эштәре менән шөғөлләнә. Рушана – автор-башҡарыусы, йәғни йырҙар яҙа, үҙе уларҙы матур итеп башҡара ла. Әле музыкаль альбомы өҫтөндә эшләй. Рушана Беренсе каналда барған "Тауыш" музыкаль проектында финалға сығып, 3-сө урын яулауға ирешкәйне.
Әлеге көндә Нурия Урал ҡыҙы Талбазылағы үҙәк район дауаханаһының ойоштороу-методика бүлексәһе мөдире вазифаһын атҡара. Ул – әүҙем гражданлыҡ позицияһы булған шәхес. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам ойоштороуҙа ихлас ҡатнаша.
Нурия Урал ҡыҙы үҙе тураһында һөйләргә яратмай, үтә тыйнаҡ ханым. Уның тураһында мәғлүмәттәрҙе бөртөкләп йыйҙыҡ, тиһәң дә була. Конкурсантыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!
Нурия Вәлиева өсөн тауыш бирергә теләгәндәр әле өлгөрә ала. Тауыш биреү өсөн һылтанма: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll65ddd628bbf4e96f1a77459f
Рәүилә Ғатауллина.
Һүрәттәрҙә: Нурия апай балалары, тормош иптәше, коллегалары менән.
Фотолар: Н. Вәлиеваның шәхси архивынан.