Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Май , 00:15

Мәҙәни мираҫ объекттары ремонтлана

Баш ҡалабыҙ Өфөнөң 450 йыллығына ҡаланың тарихи үҙәгендәге мәҙәни мираҫ объекттарының фасадтарын йүнәтеү планлаштырыла. 

Мәҙәни мираҫ объекттары ремонтлана
Мәҙәни мираҫ объекттары ремонтлана

Был һорауҙар "Төҙөлөш сәғәте"ндә ҡаралды.

Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Ғиззәтуллин, 2024 йылдың август аҙағына хәтлем республика милкендәге һигеҙ объекттың фасады ремонтлана, тигән мәғлүмәтте еткерҙе. Былар - Ленин урамы, 37-се йорттағы 2-се балалар поликлиникаһы; Коммунистик урамдағы 67-се йортта урынлашҡан Башҡортостан физкультура институты; Ленин урамы, 61 - республиканың Ҡаҙна милке идаралығы; К. Маркс урамы, 6 - Археология һәм этнография музейы; Октябрь революцияһы урамы, 14 - Ленин районының 1-се янғын һүндереү часы; Октябрь революцияһы, 7 - Аҡмулла университетының бер корпусы; Революция урамы, 8 - Рус география йәмғиәтенең республика бүлексәһе һәм Ленин урамы, 8-се йорт - Октябрь революцияһы урамы менән киҫешкән ерҙәге бина.

Шулай уҡ К. Маркс урамы, 3 адресы буйынса урынлашҡан бинаны ремонтлау буйынса экспертиза һөҙөмтәләре көтөлә, ул май аҙағына әҙер булырға тейеш. Ә Октябрь революцияһы урамы, 10-сы йорт буйынса ыңғай һөҙөмтәләр алынған да инде. Унда Милли китапхананың бер корпусы урынлашҡан.


Быйыл дүрт күп фатирлы йорттоң алғы яҡтарын ремонтлау буйынса ла бөтә кәрәккән ғилми-проектлау, тарихи-мәҙәни һәм дәүләт экспертизалары үткәрелә. Улар - Ленин урамы, 66, шунда уҡ 44/46, К. Маркс урамы, 32 һәм Достоевский урамы, 68. Был объекттар буйынса эштәр 2025 йылда башҡарылырға тейеш.


Өфө хакимиәте башлығы Р. Мәүлиев авгусҡа тиклем ике мәҙәни мираҫ объектын ремонтлау планы тураһында һөйләне. Улар шәхси милеккә ҡарай, К. Маркс урамы, 33 һәм З. Вәлиди урамы, 67 адресы буйынсағы йорттар. 2025 йылда Коммунистик урам, 63 һәм Чернышевский урамы, 73 объекттары ла тәртипкә килтерелә. Чернышевский урамы, 83 һәм К. Маркс урамы, 18 биналары фасадын рәтләү 2026 йылға планлаштырыла.

Кәңәшмәлә баш ҡаланың "Динамо" стадионы биналарын ремонтлау мәсьәләләре лә ҡаралды.

Мәғлүмәт, фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/177239.html

Мәҙәни мираҫ объекттары ремонтлана
Мәҙәни мираҫ объекттары ремонтлана
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: