Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Май , 21:55

Һалым тураһындағы документтарҙы электрон рәүештә ал!

Башҡортостан Республикаһында 142 меңдән ашыу кеше ошондай мөмкинлек менән файҙаланған.

Һалым тураһындағы документтарҙы электрон  рәүештә ал!
Һалым тураһындағы документтарҙы электрон рәүештә ал!

Мөлкәт һалымдарын һәм физик шәхестәрҙең килеменә һалым түләүгә иҫкәртмәләрҙе, шулай уҡ бурысты электрон форматта түләүгә талаптарҙы өйҙән сыҡмайынса Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең ”Физик шәхестәр өсөн шәхси кабинет” интернет-сервисы ярҙамында, шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” порталындағы һалым тураһында иҫкәртмәләрҙе ҡабул итеү функцияһы ярҙамында алырға мөмкин.

– Һанлаштырыу курсы ведомстволарға халыҡ менән үҙ-ара эш итеүҙе камиллаштырыу мөмкинлеген бирә. Ошо рәүешле “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә шәхси кабинетта һалым иҫкәртмәләрен алыу һәм уларҙы түләү мөмкинлеге барлыҡҡа килде, – тине Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәксеһе Андрей Агапов. – Хеҙмәт физик шәхестәргә күрһәтелә һәм транспортҡа, ергә, мөлкәткә һалымды, НДФЛ-ды түләргә мөмкинлек бирә. Былар барыһы ла комиссияһыҙ эшләнә һәм сит сервистарға күсергә, өҫтәмә теркәлергә йәки авторизация үтергә кәрәкмәй. Бөгөнгө көндә был мөмкинлек менән республиканың 142 меңдән ашыу кешеһе файҙаланған.

Бындай мөмкинлеккә “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә раҫланған иҫәп яҙмаһы булған һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн “Хеҙмәттәр”/”Башҡа”/ “Финанс. Һалымдар”/ “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә һалым иҫкәртмәләрен алыу” төймәһенә баҫып, “Дәүләт асҡысы” ҡушымтаһында электрон ҡултамға кәрәк булған бәйләнешкә ризалыҡ бирергә кәрәк.

Документтарҙы электрон форматта алыуҙың өҫтөнлөктәре:

 – ваҡыттығыҙҙы сарыф итмәйһегеҙ: почтаға барып, һалым иҫкәртмәһен алырға кәрәкмәй;

– һалымдарығыҙ һәм бурыстарығыҙ тураһында һәр ваҡыт актуаль мәғлүмәт бар;

– һалымдарҙы комиссияһыҙ ваҡытында түләү төрлө бурыстарҙан, штрафтарҙан ҡотолорға һәм башҡа кире эҙемтәләрҙе булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк.

“Дәүләт хеҙмәттәре” порталында һалым тураһындағы иҫкәртмәләрҙе алыу функцияһына ризалыҡ биргән осраҡта, был документтар ҡағыҙ рәүешендә ебәрелмәйәсәк.

Шулай уҡ мөлкәт һалымдарын түләү буйынса льготалар булған осраҡта, түләүгә һалымдарҙың дөйөм суммаһы 100 һумдан кәм булғанда һәм берҙәм һалым иҫәбендә һалым органы иҫәпләгән һалымдарҙы түләү өсөн аҡса етерлек булһа, һалым иҫкәртмәләре ебәрелмәй.

“Дәүләт хеҙмәттәре” порталында һалым иҫкәртмәләрен алыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сайтындағы ”Дәүләт хеҙмәттәрендә һалым тураһындағы иҫкәртмәләр” битендә белергә мөмкин.

Фото:

.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: