Баһаланырға тейеш дүрт меңдән ашыу проекттың 148-е Башҡортостан Республикаһында тормошҡа ашырылған.
Баһалау проекттың реаль файҙаһын, аныҡ социаль эффектын асыҡларға, шулай уҡ уның ни тиклем сифатлы башҡарылыуын билдәләргә мөмкинлек бирә. Уның һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы 100 проект һайланасаҡ.
Баһалауҙа бойондороҡһоҙ эксперттар, төбәк башҡарма власть органдары һәм йәмәғәт палаталары, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнаша ала. 20 июнгә тиклем Башҡортостандан проекттарға һеҙ ҙә баһа бирә алаһығыҙ.
Әгәр һеҙ үҙегеҙгә йәки яҡындарығыҙға ярҙам иткән проекттарҙы беләһәгеҙ, йәки үҙегеҙ уларҙы тормошҡа ашырыуға өлөш индерһәгеҙ, https://оценка.гранты.рф/ порталында тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ һәм уны баһалағыҙ.
Президент гранттары фонды 2019 йылдан алып проекттар һөҙөмтәләренә бойондороҡһоҙ баһа бирә. Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостан Республикаһында тормошҡа ашырылған 600-ҙән ашыу проект баһаланды. Уларҙың һигеҙе иң яҡшы 100 проект исемлегенә инде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда республиканан 106 социаль әһәмиәтле проект Президент гранттары фондынан 130 миллион һум күләмендә ярҙам алды.
Фото: БР Башлығы гранттары фонды.