Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Май , 18:00

Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар иғтибарына

Һеҙгә һалым отчеты тураһында мәғлүмәт еткерәбеҙ.

Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар иғтибарына
Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар иғтибарына

Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар булып фондтар, ассоциациялар (союздар), баҡсасылыҡ ширҡәттәре, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр, автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һанала. Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы һалым түләүселәрҙең ошо категорияһына ҡайһы бер отчет формаларын тәҡдим итергә кәрәклеген иҫкә төшөрә. Уларҙың ниндәй һалым һалыу системаһына ҡарауы иҫәпкә алынмай. Исемлеккә түбәндәгеләр инә:

– НДФЛ буйынса белдереүҙәр – һалым агенттарына хеҙмәткәрҙәргә түләүҙәрҙән (айына ике тапҡыр: ағымдағы айҙың 1-се көнөнән 22-се көнөнә тиклемге осорға ағымдағы айҙың 25-се көнөнән дә һуңға ҡалмайынса; ағымдағы айҙың 23-сө көнөнән һуңғы көнөнә тиклемге осорға киләһе айҙың 3-сө көнөнән дә һуңға ҡалмайынса);

– Страховка иғәнәләре буйынса белдереүҙәр (ай һайын ағымдағы айҙың 25-енән дә һуңға ҡалмайынса);

– 6 НДФЛ формаһы буйынса иҫәп (квартал һайын, отчет кварталынан һуң килгән айҙың 25-се көнөнән дә һуңға ҡалмайынса; йыллыҡ иҫәп – үткән һалым осоронан һуң килгән йылдың 25 февраленән дә һуңға ҡалмайынса);

– страховка иғәнәләре буйынса иҫәп (квартал һайын – отчет кварталынан һуң килгән айҙың 25-се көнөнән дә һуңға ҡалмайынса; йыл һайын – үткән һалым осоронан һуң килгән йылдың 25 ғинуарынан да һуңға ҡалмайынса);

– бухгалтер (финанс) отчеты (ойоштороу-хоҡуҡи формаһына ҡарап; йыл һайын, отчет осоро тамамланғандан һуң өс айҙан да һуңға ҡалмайынса);

– һалым отчеты (ҡулланылған һалым һалыу режимына ҡарап).

Отчет осоро өсөн хеҙмәт хаҡы иҫәпләнмәһә (хеҙмәткәрҙәр булмаһа), НДФЛ һәм страховка иғәнәләре буйынса белдереүҙәр биреү бурысы юҡ. Бындай осраҡтарҙа бурыстың булмауының сәбәбен күрһәтеп, һалым органына ирекле формала аңлатмалар ебәрергә кәрәк.

Юридик шәхестәрҙең һалым түләү тәртибе тураһында мәғлүмәт Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтының “Юридик шәхестәр“ бүлегендә урынлаштырылған. Берҙәм һалым иҫәбен индереү шарттарында отчет биреү тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы «ЕНС» промобитендә бирелгән.

Фото:

 

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: