2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән республикала Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттар фонды булдырылды. Ул беҙҙең кесе Ватаныбыҙҙа социаль әһәмиәткә эйә проекттарҙы, башланғыстарҙы ысынбарлыҡҡа әйләндерергә ярҙам итә. 2020–2024 йылдарҙа фонд 17 конкурс үткәрҙе, 745 әһәмиәтле башланғысҡа ярҙам ҡылды. Гранттарҙың дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һум тәшкил итеп, уның 852,5 миллион һумы – республика ҡаҙнаһынан, ә 364,86 миллионы – Президент фондынан алынған ярҙам.
"Беҙҙә гранттар системаһы яҡшы ҡоролған. Һуңғы биш йылда гражданлыҡ йәмғиәте институттары 1,5 миллиард һумлыҡ тиерлек ярҙам алды. Коммерцияға ҡарамаған сектор Башҡортостан Башлығы гранттары фонды һәм Президент гранттары фонды конкурстарында әңһем ҡатнаша", – тигәйне республика етәксеһе.
Фонд эшмәкәрлегенең төп маҡсаты – инновация һәм хәйриә проекттарына финанс ярҙамы күрһәтеү аша йәмғиәт үҫешен көсәйтеү. Башҡортостан бирелгән гранттар буйынса алдынғы урындарҙы биләй. 2021 йылдан башлап Фонд төбәктәрҙә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам алыуға йүнәлтелгән РФ Президенты гранттары конкурсында ла әүҙем ҡатнаша.
Быйыл йәй башында республика етәксеһе беренсе тапҡыр мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында эшләгән йәш белгестәргә лә грант тапшырҙы,уның күләме – 500 мең һум. Башҡортостан – тотош илдә бындай ярҙам күрһәткән берҙән-бер төбәк.
Фонд эшмәкәрлеге гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә, кешеләрҙең әүҙемлеген арттырыуға, бизнестың социаль яуаплылығын көсәйтеүгә лә булышлыҡ ҡыла. Мәҫәлән, 2024 йылда матбуғат саралары аша тормошҡа ашырылған, тағы ла социаль әһәмиәтле, дәүләт телдәрен һаҡлау, кинематографияға ярҙам итеүгә арналған конкурстар үткәрелә. Бынан тыш, Фонд консультациялар бирә,проекттарҙы бойомға ашырыуҙа ярҙам итә, был иһә уларҙы уңышлы атҡарып сығыр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Гранттар фондының ярҙамын ғафуриҙар миҫалында байҡап үтәйек. Район үҙәге Красноусолда Башҡортостан Башлығы гранты райондағы Балалар ижады үҙәге нигеҙендә асылған "Илһам" белем үҫтереү фондына "Арт-зал. Театр, фән һәм кино үҙәге" асырға булышлыҡ иткән. Ул – балаларҙың вокал, актерлыҡ һәләттәрен үҫтерергә, белем даирәһен киңәйтеүгә, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға булышлыҡ иткән ижади ойошма. Ижади юҫыҡта шөғөлләнергә, һәләттәрен асырға теләгән балалар, үҫмерҙәр бында үҙ урынын таба.
Проектты тормошҡа ашырғанда 20-нән ашыу фәнни-тикшеренеү, әҙәби-нәфис, мәҙәни саралар үткәрелә, улар араһында театр, вокал буйынса ойошторолғандары ла бихисап. Бында меңәрләгән уҡыусы ҡатнаша. Йәш таланттар Башҡортостан мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжына, данлы М. Ғафури исемендәге данлы Башҡорт дәүләт академия драма театрына оҫталыҡ дәрестәренә бара. Грантҡа тормошҡа ашырыла башлаған был проект халыҡ өсөн бушлай кинотеатр ойошторорға ла булышлыҡ итә.
Светлана Рафиҡ ҡыҙы ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА, "Илһам" фондының етәксеһе:
– 2022 йылда республика Башлығы фондынан ҙур ғына грант отоу уңышы беҙгә Балалар ижады үҙәге нигеҙендә яңы – театр һәм вокал буйынса йүнәлештәр асырға мөмкинлек бүләк итте. Район кимәлендә бер нисә конкурс ойошторҙоҡ, ҙур булмаған кинотеатр, шулай уҡ театр студияһы астыҡ. Һөҙөмтәлә "Буратино" тигән ҙур спектакль әҙерләп, уны район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә күрһәттек.
Ике миллион 800 мең һумдан ашыу тәшкил иткән аҡсалата ярҙам үҙәкте йыһазландырырға, яңы ҡоролмалар һатып алырға булышлыҡ итте. Ошо ярҙамһыҙ күләмле постановкалар тураһында хыял да итеп булмаҫ ине – сәхнә кейемдәре тектереү, реквизиттар эшләтеү генә лә күпме сығым талап итә бит. Профессиональ ҡоролмаларһыҙ иһә бер ниндәй кинотеатр асып булмаҫы ла көн кеүек асыҡ. Грант беҙгә ошо мөмкинлектәрҙе бирҙе. Кинотеатрыбыҙ биш йүнәлештә эшләне: иң кескәй балалар өсөн йәнһүрәттәр күрһәтеү; икенсеһе – ҙурыраҡтар өсөн, патриотик йүнәлештәге фильмдар; өсөнсөһө – өлкәндәргә, улар Ватан кинематографының алтын фондына ингән фильмдарҙы ҡарарға йыйыла ине; дүртенсеһе – һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм етем балаларға тәғәйенләнгәне; бишенсеһе – төрлө йәштәгеләр бергә йыйылып, хатта тотош ғаилә менән ҡарала торған кино таҫмалары.
Был ғына түгел, районыбыҙҙың һәләтле балаларын йыйып, ҙур конкурс ойошторҙоҡ. Унда 600-ҙән ашыу бала ҡатнаша алды! Тағы ла "Халыҡ йолалары" тигән конкурс үткәрҙек. Унда Красноусолдағы махсус урта белем биреү ойошмаларында уҡыған йәш ҡыҙ-егеттәр ихлас ҡатнашты.
Проектты шул йылдың көҙөнән башлап 2023 йылдың аҙағына ҡәҙәр тормошҡа ашырҙыҡ, әммә был эш туҡталды, тигәнде аңлатмай, бөтә был йүнәлештәрҙе артабан тормошҡа ашырыуҙы дауам итәбеҙ.
Учалы районы Уральск ауылында ла республика етәксеһе гранттары фонды күптәнге хыялды бойомға ашырырға ярҙам иткән. Бында "Башҡорт балаҫы – туҡыусылыҡты тергеҙеп" тигән социаль-мәҙәни проектты атҡарғандар. Ул 5–18 йәшлек балалар, үҫмерҙәрҙе, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булғандарын, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең балаларын халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлөнә ылыҡтырыуға бәйле барлыҡҡа килгән. Проектта Учалы ғына түгел, Белорет, Бөрйән, Әбйәлил райондарынан да ҡатнашҡандар. Башҡарылған эштең һөҙөмтәһе итеп балаларҙың үҙ ҡулдары менән туҡылған әйберҙәренән күргәҙмә ойошторолған. "Быуындар бәйләнеше" тигән сарала йәш оҫталар, балаҫтан тыш, билдек, сумка, биҙәүестәр, кейем өлгөләрен дә күрһәткән.
Динара Рәйес ҡыҙы МӨЖӘҮИРОВА, проекттың етәксеһе:
– Төп эшем буйынса Уральск ауылындағы "Ирәмәл" ижад үҙәге мөдиремен, йәғни вазифам уҡ мәҙәниәт өлкәһе, халыҡ сәнғәте менән бәйле. Балаҫ һуғыу менән ҡыҙыҡһыныуыма арыу уҡ ваҡыт ине, шәхсән ошо шөғөлгә тотоноп, үҙ ҡулдарым менән эшләп ҡарағым килде. Коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма асыу миңә гранттар конкурсында ҡатнашыу хоҡуғы бирҙе. Балаларҙы туҡыу һөнәренә өйрәтеү маҡсаты ҡуйған проект эшләп, шуның менән конкурста ҡатнаштым һәм уңыш йылмайҙы – 480 мең һум тирәһе ярҙам алдым.
Проекттың төп маҡсаты балаларҙы туған мәҙәниәт мөхитенә яҡынайтыу ине. Әйтәйек, балаҫ туҡыу тураһында ишетеп, күреп кенә белгәнсе, үҙ ҡулдарың менән булышып өйрәнеү күпкә ҡыҙығыраҡ. Балалар һәр нәмәне тотоп ҡарарға, процестың уртаһында ҡайнарға ярата бит. Эш барышында өлкән инәйҙәр менән аралашып, уларҙан был был халыҡ кәсебенең тарихын тыңлау, балаҫ һуғыу нескәлектәренә өйрәнеү ҙә үҙ емешен бирҙе. Проектта ҡатнашып милли һөнәргә өйрәнгән, оҫталыҡ нигеҙҙәрен арттырған ҡайһы бер ҡыҙҙарыбыҙ быйыл Әлшәй районында үткән балаҫ оҫталары фестивалендә лә булып ҡайтты, шуныһы ҡыуаныслы. Финанс ярҙамы арҡылы алған станоктар ҙа – теләгәндәрҙе милли кәсепкә өйрәтеүҙә ҙур ярҙам, районыбыҙҙа үткән һәр сарала ҡатнашабыҙ, оҫталыҡ һабаҡтары бирәбеҙ.
Беҙҙең яҡтарҙа балаҫ һуғыу кәсебе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик үк һаҡланмаған, был йәһәттән әле атҡараһы ғәмәлдәр байтаҡ. Ошо йәһәттән беҙгә ағинәйҙәребеҙ ярҙам итә.
Балалар менән тормошҡа ашырылған һөҙөмтәле эшебеҙ балаҫ һуғыу менән ҡыҙыҡһынған ҡатын-ҡыҙҙарҙы арттырҙы, тип ҡыуанып әйтә алам, улар араһында өлкәндәр ҙә күп. Шуға ла киләсәктә халҡыбыҙҙың матур шөғөлөнә олораҡтарҙы өйрәтеү, кәсепте артабан үҫтереү буйынса ла проект атҡарыу мөмкинлеге булһын ине, тип хыялланам. Республика етәксеһе гранттары фонды ошо юҫыҡта, бәлки, тағы ярҙамға килер, шуға өмөт бағлайбыҙ.
Шулай итеп, Башҡортостан Башлығы гранттары – социаль әһәмиәтле гражданлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыуҙа мөһим алым. Һуңғы йылдарҙа республикала төрлө тармаҡтарҙа алып барылған эштәрҙең ыңғай һөҙөмтәләрен аныҡ миҫалдарҙа күреп була.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.
Фотоларҙа: Красноусолда йәш артистар ҡуйған "Буратино" спектакле аншлаг менән барған; проекттың етәксеһе Светлана Ғөбәйҙуллина. "Арт-зал. Театр, фән һәм кино үҙәге"нән алынды.