Ремонттың беренсе өлөшөндә бинаның ҡыйығы, тәҙрәләр һәм витраждар өлөшләтә алмаштырылған, фасад яңыртылған. Йылытыу һәм елләтеү системалары, сым үткәргестәр ҙә яңыртылған, тамаша залы кино залы итеп үҙгәртелгән.
2018 йылдың декабрендә бинала Рәсәй кинематографияһына социаль һәм иҡтисади ярҙам фонды булышлығында “Нефтсе” кинотеатры асыла.
Ремонттың икенсе өлөшө 2020 йылдың февралендә тамамлана. Яңыртылған Йәштәр һарайында хәҙер заманса кинотеатр, үҫмерҙәр өсөн клубтар, төрлө түңәрәктәр һәм секциялар, ҙур спорт залы, бейеү залы һәм лекторий бар.
2020 йылдың сентябрендәге эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров реконструкция эштәренең сифатын баһаланы һәм Психологик ярҙам үҙәген булдырыу мөһимлегенә айырым иғтибар йүнәлтте. Республика етәксеһе билдәләүенсә, бындай ярҙам кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә.
Шуны ла билдәләп китергә кәрәк: биш йыл эсендә Өфөлә, Күмертауҙа, Ағиҙелдә, шулай уҡ Краснокама һәм Хәйбулла райондарында йәштәргә тәғәйенләнгән дүрт объект һәм биш бина ремонтланған.
Сығанаҡ: Башҡортостан Башлығы хакимиәте төркөмө.