Осрашыуҙа профсоюз вәкилдәре, студенттар советы һәм ятаҡтары лидерҙары, спорт, мәҙәниәт һәм ирекмәнлек клубтары етәкселәре ҡатнашты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2024 йылдың майында Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса Республика студенттар советы төҙөлдө, унда студенттар үҙидараһының әүҙем вәкилдәре инде. Уның бурысы – уҡыу төркөмдәре, курстар һәм факультеттар кимәлендә дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу.
Инеш һүҙендә Радий Хәбиров, һуңғы йылдарҙа республиканың юғары уҡыу йорттары сифатлы үҫеш өсөн өҫтәмә мөмкинлек алды, тип билдәләне.
– Һеҙҙе махсус рәүештә студенттар кампусына саҡырҙыҡ, сөнки республиканың фәне һәм юғары мәктәбенең ҡайҙа табан хәрәкәт иткәнен күреүегеҙҙе теләнек.
Р. Хәбиров, Башҡортостан ятаҡтарҙы капиталь ремонтлау буйынса яңы федераль программала ҡатнаша, тип тә билдәләне. Ул Башҡортостан вуздарының “Фән һәм университеттар” милли проектында ҡатнашыуы һөҙөмтәләрен юғары баһаланы.
Осрашыу ваҡытында Р. Хәбиров студенттарҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе. Аҡмулла университетының студенттар советы рәйесе Элина Шәрәфлисламова әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барған, йәштәр сәйәсәте менән шөғөлләнгән студенттарға республика Башлығы стипендияһын булдырыу тәҡдимен еткерҙе. Башҡортостан Башлығы инициативаны хуплап, Мәғариф һәм фән министрлығына вуздарҙың ректорҙары менән бергә уны билдәләү механизмдарын уйларға ҡушты.
Мәғлүмәт, фото: glavarb.ru