Бөгөн - 11 октябрь, Республика көнөндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Абхазия президенты Аслан Бжания Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскә һалдылар. Тулҡынландырғыс сараны ҡурай моңдары оҙатып барҙы.
Тантанала шулай уҡ Константин Толкачев, Андрей Назаров, Максим Забелин һәм почетлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Күренекле башҡорт шағиры Ш. Бабичҡа һәйкәл 2019 йылда асылды, ә милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың мәғрур һәйкәле 1967 йылдан алып тора.
Журналистар менән әңгәмәһендә Р. Хәбиров Башҡортостандың күп милләтле халҡын байрам менән ҡотланы.
- Байрамыбыҙҙы матур кәйеф менән ҡаршылайбыҙ, - тине ул. - Бар борсолоу, хәстәребеҙ - махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙ хаҡында. Тылда уларға ярҙам ойошторабыҙ, республиканың иҡтисади үҫешен яйға һалабыҙ. Һәр кем үҙ эше менән булырға тейеш, тип гел ҡабатлайым. Алға барырға кәрәк. Бөтә Башҡортостан халҡын байрам менән ҡотлайым!
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/184264.html