Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Ноябрь , 17:00

Ваҡ малдың тиреһен ҡайҙа итергә?

“Ҡорбан итеп салынған малдың һөйәктәрен һәм ашарға ярамаған башҡа ағзаларын ҡайҙа итеү тураһында аят һәм хәҙистәрҙә ишаралар юҡ, шуға ни эшләтһәң дә дөрөҫ. Мәҫәлән, эткә йә бесәйгә бирергә лә мөмкин...”

Ваҡ малдың тиреһен ҡайҙа итергә?
Ваҡ малдың тиреһен ҡайҙа итергә?

Шөкөр, йылдан-йыл был изге ғәмәлде башҡарған мосолмандар арта бара. Хәҙер дин ҡәрҙәштәребеҙ Ҡорбан байрамында ғына түгел, башҡа ваҡытта ла нәҙер, нәфел ҡорбандарын йыш салдыра.

Әлбиттә, был ғәмәлдәрҙе ихлас күңелдән башҡарһаҡ та, күптәребеҙ дини йәһәттән етерлек белемгә эйә түгел. Мәҫәлән, “Ҡорбан итеп салынған малдың һөйәктәрен һәм ашарға ярамаған башҡа ағзаларын ҡайҙа ҡуйырға? Ҡорбан хайуанының тиреһен һатырға яраймы?” тигән һорауҙарҙы ла йыш ишетергә тура килә. Дини баҫмаларҙа бына ниндәй яуаптар бар.

“Ҡорбан итеп салынған малдың һөйәктәрен һәм ашарға ярамаған башҡа ағзаларын ҡайҙа итеү тураһында аят һәм хәҙистәрҙә ишаралар юҡ, шуға ни эшләтһәң дә дөрөҫ. Мәҫәлән, эткә йә бесәйгә бирергә лә мөмкин. Ергә күмеү йә махсус сүплеккә ташлау ҙа дөрөҫ, гонаһлы булмайһың”, – тиелә. Әммә, дини йәһәттән белемле ололар әйтеүенсә, иң мөһим шарт – ҡорбан ителгән малдың һөйәктәре, тиреһе аяҡ аҫтында туҙып ятырға тейеш түгел. Шуға күрә кеше йөрөмәгән ергә ҡош-ҡорт соҡоп сығармаҫлыҡ итеп күмеү – иң дөрөҫ алымдыр.

Ҡайһы бер дини сығанаҡтарҙа ҡорбан итенең һөйәктәрен эткә, бесәйгә бирергә ярамай, тигән тыйыу ҙа осрай. Ҡорбан мәжлесендә ошо хаҡта һорау бирелгәс, мулла: "Эт йәки бесәй һеҙҙең янығыҙҙа йәшәп, яҡын йән эйәһенә әйләнә, шуға күрә иттең һөйәген уларға биреүҙә хилафлыҡ күрмәйем, әммә һөйәктәрен шунда уҡ йыйып алығыҙ", – тип аңлатҡайны.

Ҡорбан хайуанының тиреһен һатырға ярамай, саҙаҡа итеп бирергә кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) шулай тигән: “Кем ҡорбанға салынған малының тиреһен һата, уның ҡорбаны ҡабул булмаҫ” (Хәсән хәҙис, “Сахихү-ттәрғиб”).

Алыусы булһа, тиреһен эшкәртеп һатырға ярай, әммә был осраҡта ла һатҡан аҡсаһын мохтаждарға саҙаҡа итеп бирергә кәрәк.

Ҡайһы бер яҡтарҙа малдың тиреһен, ашарға яраҡһыҙ ағзаларын йылғаға ташлауҙары тураһында ишетергә тура килгәне бар. “Балыҡтар ашай”, тип аңлатҡайнылар. Әммә экология йәһәтенән был ғәмәл дөрөҫ түгел кеүек.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: