Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Декабрь 2024, 18:25

Хужабикәләрҙе ҡыуандыра торған баҫма сыҡты

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының мастер-ашнаҡсыһы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Индүсә Арыҫланова баҫмаһында милли ризыҡтарҙы әҙерләү оҫталығы, нескәлектәре менән уртаҡлаша.

Хужабикәләрҙе ҡыуандыра торған баҫма сыҡты
Хужабикәләрҙе ҡыуандыра торған баҫма сыҡты

Кисә Өфөләге “Кумпан-терра” ресторанында республикала милли аш-һыу оҫтаһы булып танылған Индүсә Арыҫланованың яңы китабы – “Башҡорт кухняһының иң яҡшы ризыҡтары. Быуаттар аша килгән йолалар” баҫмаһы менән таныштырыу сараһы үтте. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, Рәсәйҙең мастер-ашнаҡсыһы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Индүсә Арыҫланова баҫмаһында милли ризыҡтарҙы әҙерләү оҫталығы, нескәлектәре менән уртаҡлаша.

Сарала ҡатнашҡан республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары етәксеһе урынбаҫары Елена Арямнова, эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Азамат Ғәлин, сауҙа һәм хеҙмәттәр министры урынбаҫары Василий Таболин, Өфө ҡалаһы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Агарагим Кагиргаджиев, БР-ҙың Кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы рәйесе Наталья Чибрикина, Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Айгөл Әминева сығыштарында баҫманың әһәмиәтен билдәләне, уның туристар өсөн бик ҡыҙыҡлы булырын, ә тимәк, республикабыҙҙы таныулыраҡ итеүгә өлөш индереренә ышаныс белдерҙе.

Индүсә Әмир ҡыҙының был тәүге китабы ғына түгел. Ул ғүмере буйы тиерлек милли аш-һыу өлгөләре тупланған ифрат күп баҫмалар сығарған, улар башҡорт аш-һыуын үҙ иткән кешеләрҙең шәси китапханаһын байытып ҡына ҡалмаған, ғәйәт файҙалы мәғлүмәттәр ҙә биргән һәм бирә.

Яңы баҫма ла тәжрибәле хужабикәләр өсөн генә түгел, ә йәштәр өсөн дә уңайлы. Ул әҙер аш-һыуҙың төҫлө һүрәттәре менән биҙәлгән, теге йә был милли ризыҡтың рецепты бирелгән, унда инде әҙерләүҙәге эҙмә-эҙлелек теүәл һаҡланған.

“Китап” нәшриәте етәксеһе Эльмира Хәйретдинова әйткәненсә, сағыу китапты бар итеүгә күмәк кешенең көсө һалынған. Авторҙың яуаплы ҡарашы, нәшриәт хеҙмәткәрҙәренең, фотографтың хеҙмәте шундай күркәм баҫма булып кәүҙәләнгән.

Күҙҙе иркәләп торған матур баҫма бүләк итеп биреүгә лә бик ҡулай, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы халҡыбыҙҙың бай милли кухняһы менән таныштырыу өсөн дә ярҙамсы булыр.

Александр Королев фотоһы.

Хужабикәләрҙе ҡыуандыра торған баҫма сыҡты
Хужабикәләрҙе ҡыуандыра торған баҫма сыҡты
Хужабикәләрҙе ҡыуандыра торған баҫма сыҡты
Хужабикәләрҙе ҡыуандыра торған баҫма сыҡты
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас