Йылыбыҙ яңы башланып тора. Ул ниндәй булыр – бының күбеһе үҙебеҙгә бәйле. Һеҙгә, дуҫтар, мауыҡтырғыс бер йоланы һынап ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. Ул да булһа – Бәхет банкаһы булдырыу! Ҡыҙыҡмы? Улайһа, уҡығыҙ
Күңелегеҙгә оҡшаған банканы алығыҙ ҙа эсенә көн һайын тормошоғоҙҙағы ниндәй ҙә булһа матур ваҡиғаны яҙып һала барығыҙ. Был күп тә ваҡытты алмаҫ, уҙа барһа, бер минут. Ул ваҡиға әллә ни әһәмиәтле булмаҫҡа ла мөмкин – мәҫәлән, автобуста кемдер урынын бирҙе, кәйефегеҙ төшөп китеп барғанда ҡаршығыҙға килгән берәү йылмайып үтте, эштә хеҙмәттәштәрегеҙ маҡтау һүҙе әйтте, ти)) Матурыраҡ булһын, тиһәгеҙ, һауыттың тышын төрлөсә биҙәп тә ҡуйырға мөмкин.
Банка эсендә йыйылған ошондай бәләкәй генә һөйөнөстәр йыл аҙағына ҡәҙәр ярайһы өйөм хасил итер, һәм һеҙ киләһе яңы йылды ҡаршылағас, уларҙы алып уҡырһығыҙ. Уҡырһығыҙ ҙа, йыл буйына ҡыуаныслы мәлдәрҙең күңелһеҙҙәренә ҡарағанда барыбер ҙә күберәк булғанын белеп, тағы бер шатлыҡ кисерерһегеҙ!
Банканы яңы йылда ғына түгел, ә тыуған көндә тултыра башларға ла мөмкин. Ул сағында һөҙөмтәләрҙе икенсе тыуған көнөгөҙҙә асып ҡарарға була)
Был йоланы һәр кем үҙенә оҡшағанса үҙгәртә ала. Мәҫәлән, яҙыуҙарҙы банка эсенә һалыу урынына, ваҡиғаларҙы бәләкәй блокнотҡа теркәп барырға йә банка түгел, ә матур һауыт, шкатулка йә йәтеш кенә ҡумтасыҡты тотонорға була. Быныһы – һәр кемдең үҙ фантазияһына ҡарап)
“Бәхет банкаһы” кешенең энергетикаһын таҙарта, тормошҡа матур ваҡиғаларҙы тартып тора, тип иҫәпләнә. Әйткәндәй, был үҙенсәлекле ғәҙәт Америка яҙыусыһы Элизабет Гилберттан таралып киткән, тип һанала. Ул, хатта иң күңелһеҙ үткән көндә лә улай уҡ ауырлыҡ тойғоһо бирмәгән ваҡиға табырға була, тип иҫәпләй. Килешәһегеҙме?
Фото: www.dreamstime.com/stock-photo-happy-book-reading-woman-image25386940
Иллюстрация – Рания Ғатауллина һүрәте.