Перәник менән сәй эсергә яратаһығыҙмы, дуҫтар? Тәсҡиә Вәғизова исемле аш-һыу оҫтаһы үҙенең йәтеш кенә рецебын тәҡдим итә.
3 йомортҡа һарыһы, бер стакан үҫемлек майы, ярты литр кефир, бер стакан шәкәр ҡомо, аш һеркәһе менән һүндерелгән 1 аш ҡалағы сода, 2 ҡап йомшартҡыс (разрыхлитель) – йәмғеһе 10 грамм, 1 килограмм он.
Йомортҡа һарыһы менән ҡалған ингредиенттарҙы берәмләп индереп, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Уға кемдең күңеленә нимә оҡшай – ванилинмы, какаомы, лимон һутымы ҡушырға була. Әҙер ҡамырҙы ял иттерергә ҡуйып торабыҙ. Бер аҙҙан йәйеп, кәрәкле формаға килтереп киҫәбеҙ ҙә бик ҡыҙыу булмаған мейестә бешереп алабыҙ.
Бешеп сығыуға, өс йомортҡа ағына кәрәгенсә шәкәр онтағы ҡушып, глазурь эшләйбеҙ, уға кокос онтаҡтарын да өҫтәргә мөмкин. Бешкән перәниктәрҙе ошо ҡатнашмаға манып, уның ҡатҡанын көтәбеҙ. Артабан инде тәмләп сәй ҙә эсергә була!
Фото: Т. Вәғизованан.