Башҡортостанға ҡара сиңерткә (саранча) ябырылыуы мөмкин Быйылғы ҡыштың йылы килеүе арҡаһында Рәсәйҙең 21 төбәгендә: Әстрхан, Волгоград, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ульяновск, Силәбе, Иркутск һәм Новосибирск өлкәләрендә саранча баҫыуы көтөлә. Бынан тыш, белгестәр фаразлауынса, хәл Ҡалмыҡстан, Дағстан, Ингушетия, Чечня, Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан, Хакасия һәм Якутия, шулай уҡ Краснодар, Ставрополь һәм Алтай крайҙарына ҡағылыуы ихтимал.
Россельхознадзорҙа билдәләүҙәренсә, 2025 йылда аграрийҙарға 2024 йылға ҡарағанда 100 мең гектарға күберәк майҙанды эшкәртергә тура киләсәк. Ҡайһы бер төбәктәрҙә саранчаның таралыуына ҡаршы көрәш буйынса күнекмәләр үткәрелә башланы ла инде.