Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Июль 2025, 21:25

Хеҙмәттәшебеҙҙе ҡотлайбыҙ!

Айһылыу Әхмәт ҡыҙы "Башҡортостан" гәзитенә инде 27 йыл тоғро хеҙмәт итә.

Хеҙмәттәшебеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Хеҙмәттәшебеҙҙе ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан журналистарының "Мультиформатлыҡ дәүерендә киң мәғлүмәт саралары" тип исемләнгән конференцияһы үтте. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев, "РБК" телеканалы директоры Илья Доронов һәм тармаҡ эксперттары ҡатнашты.

Һөнәри сарала бер төркөм журналистар бүләкләнде. Улар араһында коллегабыҙ Айһылыу Низамова ла бар. Ул "Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Айһылыу Әхмәт ҡыҙы "Башҡортостан" гәзитенә инде 27 йыл тоғро хеҙмәт итә. Әлеге көндә ул социаль мәсьәләләр бүлеге мөдире булып эшләй. Хеҙмәттәшебеҙҙең күп йыллыҡ журналист хеҙмәте лайыҡлы баһа алыуына ихлас шатбыҙ һәм абруйлы исемгә лайыҡ булыуы менән тәбрикләйбеҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ижади ҡомар, ғаилә именлеге, һәр йәһәттән уңыш теләйбеҙ! 

 

Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас