Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Июль 2025, 23:25

"Татыулыҡ сере – ышаныста, бер-береңде хөрмәт итеүҙә"

“Бәйләнештә”ге төркөмөбөҙҙә барған конкурста Ауырғазы районы Мораҙым ауылынан Хәбибуллиндар ғаиләһе лә ҡатнаша.

"Татыулыҡ сере – ышаныста, бер-береңде хөрмәт итеүҙә"
"Татыулыҡ сере – ышаныста, бер-береңде хөрмәт итеүҙә"

Ильвира Фәнил ҡыҙы менән Шамил Фәнил улы Хәбибуллиндар өс балаға – Әлмира, Илмир һәм Салауатҡа ғүмер биргән. Ҡыҙҙары Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, район үҙәге Талбазыла банк хеҙмәткәре булып эшләй. Улдары Илмир – Башҡорт дәүләт аграр университетында белем алып, Благовещен ҡалаһында технолог. Салауат Өфө авиация техникумын тамамлағас, баш ҡалала тороп ҡалған. “Миллениум” үҙәгендә идаралыҡ етәксеһе вазифаһын башҡара.

Хәбибуллиндарҙың балалары башлы-күҙле булып, ата-әсәһенә олатай-өләсәй дәрәжәһен бүләк иткән дә инде – уларҙың татыу ғиләһенә йәм өҫтәп, ике ейәнсәр, өс ейән донъяға килгән.

– Тормош иптәшем – Мораҙым егете, мин Ҡужаҡ ауылында тыуып үҫтем. 1988 йылдың 25 ноябрендә ғаилә ҡорҙоҡ, бергә тормош көтөүебеҙгә быйыл 37 йыл була, – ти Ильвира Фәнил ҡыҙы.

Ғаилә башлығы бына инде 40 йыл шофер булып эшләй. Ильвира Фәнил ҡыҙының да балалар баҡсаһында эшләүенә 35 йыл булып киткән. Ул бында бүлексә мөдире вазифаһын башҡара.

Хәбибуллиндар ғаиләһе әүҙем йәшәү рәүешен ярата. Бергә йыйылған саҡта тәбиғәт ҡосағында ял итәләр, сәйәхәт ҡылалар. Бергәләп балыҡ ҡармаҡлау, еләк йыйыу, бесән күбәләү кеүек эштәрҙе яратҡан шөғөлдәре тип атарға ла мөмкин.

Ильвира Фәнил ҡыҙы менән Шамил Фәнил улы – йыр-моңға ғашиҡ пар. Ғаилә башлығы гармунда уйнай, ҡатыны моңло йырлай. Бөтә мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша улар. Ауыл тормошонан да ситтә ҡалмайҙар. Экологик өмәләрҙә дәррәү ҡатнашалар, махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам йыйыуҙы ла күңел талабы тип ҡабул иткәндәр.

“Ғаилә татыулығының, бәхеттең сере – ышаныста, бер-береңде хөрмәт итеүҙә, бер һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлашып йәшәүҙә, тип инанғанбыҙ”, – ти Хәбибуллиндар. Бына шундай күркәм, илһөйәр ғаиләләре менән көслө ул Ауырғазы ере лә. 

P.S. Ҡәҙерле дуҫтар, конкурс тамамланыуға һанаулы ваҡыт ҡалды. Хәбибуллиндар өсөн тауыш бирергә онотмағыҙ!

Фотоһүрәттәр – ғаилә архивынан.

 

"Татыулыҡ сере – ышаныста, бер-береңде хөрмәт итеүҙә"
"Татыулыҡ сере – ышаныста, бер-береңде хөрмәт итеүҙә"
"Татыулыҡ сере – ышаныста, бер-береңде хөрмәт итеүҙә"
"Татыулыҡ сере – ышаныста, бер-береңде хөрмәт итеүҙә"
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас