Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Август 2025, 20:45

Ҡолғонаға тиклем юлға асфальт ҡасан түшәлер?

Белорет районына еткәнсе  асфальт юлдар һалынһа, ауыл халҡы ғына түгел, туристар ҙа еңел тын алып ҡуйыр ине. Ул яҡтарҙағы тәбиғәттең матурлығы сәйәхәтселәрҙе йәлеп итә.  Күкәйтау, Бәлә, Ҡалыу, Казарма, Алатау һәм башҡа тауҙар теҙмәһе исемдәренең килеп сығыу тарихын белмәгән, Ҡолғонаға  яҡын Алатау түбәһендәге Көмөш шишмәлә туҡталып, халыҡ телендә уны “Ресторан” тип йөрөтәләр, һыуын эсмәгән кеше һирәктер. Бөрйән, Белорет районына Ишембай аша илткән юлдарға ошоға тиклем иғтибар аҙ бүленде. Ул яҡ ауылдарға автобустар ҙа йөрөмәне, тиерлек. Техникаһы булмағандар әле лә ағас ташыған үткенсе ауыр йөк машиналарына эләгеп, цивилизацияға сыға. Был юлдар ҡалалағы уҡыу йорттарына уҡырға ингән йәштәрҙең тыуған ауылына йәйәүләп ҡайтҡан эҙҙәрен дә һаҡлай. Ул яҡҡа үҙ техникаңда барһаң, “тимер ат”ыңды емереп ҡайтып етеүең көн кеүек асыҡ.

Ҡолғонаға тиклем юлға асфальт ҡасан түшәлер?
Ҡолғонаға тиклем юлға асфальт ҡасан түшәлер?

Тиҫтә йыл элегерәк ауыр йөк машиналары иҙгән Маҡарҙан Ҡолғонаға илткән юлды икенсе ерҙән һала башланылар. Шунан бер нисә йыл юл төҙөкләндереү эштәре туҡталып ҡалды.

Ниһайәт, былтырҙан “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар”  милли проекты сиктәрендә Маҡарҙан Ҡолғона яғына асфальт түшәй башланылар.

Был эштәрҙе башҡарған “Дортранстрой” яуаплылығы йәмғиәте төҙөүселәре төпкөлдә йәшәгән ауыл халҡының шатлығын үҙҙәренекеләй ҡабул итә. “Былтыр һигеҙ километрға яҡын юл һалдыҡ, быйыл да асфальт түшәүҙе дауам итәбеҙ. Ҡайһы бер урындарҙа юлдар киңәйтеләсәк”, – ти подрядсы ойошманың төҙөлөш-монтажлау эштәре мастеры Динар Ғиләжев. Бригадалаға үҙ эшен яратып башҡарған тәжрибәле юлсылар тупланған. Мәҫәлән, сығышы менән Бөрйән районынан булған Әмин Сатвалов ун өс йыл юл һалыу эшендә.

Бар уңайлыҡтары булған вагон-ҡаласыҡта йәшәгән, вахта ысулы менән эшләгән юлсылар хеҙмәт шарттары менән бик риза. “Маҡар ауылында “Күк Ҡарауыҡ” кафеһында өс тапҡыр тәмле һәм туҡлыҡлы итеп ашаталар”, - ти Илсур Исхаҡов, Эмиль Фәизов, Илгиз Хәлимов, Ришат Әблиевтәр.

Белорет ҡалаһына тиклем асфальт юлдар һалынһа, ауыл халҡы ғына түгел, был яҡҡа сәйәхәт итергә яратҡан туристар ҙа еңел тын алып ҡуйыр ине.

 

 

Ҡолғонаға тиклем юлға асфальт ҡасан түшәлер?
Ҡолғонаға тиклем юлға асфальт ҡасан түшәлер?
Ҡолғонаға тиклем юлға асфальт ҡасан түшәлер?
Ҡолғонаға тиклем юлға асфальт ҡасан түшәлер?
Ҡолғонаға тиклем юлға асфальт ҡасан түшәлер?
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас